Күңел һәм йөрәк яраһы

Күңел һәм йөрәк яраһы
15 февралдә Афғанстан еренән һуңғы совет һалдатын сығарыуға 29 йыл тулды. Был көн локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Афған һуғышы тамамланыуға күп йылдар үтһә лә, уның яралары һаман да халҡыбыҙ күңелен телгеләп, әрнеп һыҙлай. 10 йылға һуҙылған ҡан ҡойош 18-20 йәшлек һалдаттарҙың ваҡытынан алда сәстәренә сал, маңлайҙарына һыр һалды, күңелдәренә уңалмаҫлыҡ яра булып ятты.
Ҡалала, Афғанстандан һуңғы совет һалдатын сығарыуға 29 йыл тулыу айҡанлы, һәләк булған яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал янына хәрби хәрәкәттәр ветерандары, афған һуғышы яугирҙары, һәләк булған һалдаттарҙың туғандары, муниципаль район хакимиәте етәкселеге, хәрби комиссариат бүлеге вәкилдәре, уҡыусылары тантаналы митингҡа йыйылды. Митингҡа йыйылыусыларҙы муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, “Хәрби туғанлыҡ” хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы рәйесе Игорь Смердов, Белорет һәм Бөрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, Белорет автомәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Йәүҙәт Заһитов тәбрикләне, афғансыларға, уларҙың ғаиләләренә именлек теләне.
Э.Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 15-се һанында (20.02.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий