Көн үҙәгендә - сәләмәтлек һәм спорт

Көн үҙәгендә - сәләмәтлек һәм спорт
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән ҡалала булып, социаль һәм инфраструктура объекттары менән танышты, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне үҫтереү перспективаларын өйрәнде.
Республика етәксеһе эш сәфәре барышында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһында булды. Унда уҙған йылдың ноябренән «Һаҡсыл поликлиника» һынау проекты ғәмәлгә ашырыла.
Үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибы Евгений Кустов әйтеүенсә, проект сиктәрендә пациенттарҙың бөтә маршруттары анализланды, шул иҫәптән ҡабул итеүҙе оҙаҡ көтөү йәки медицина ярҙамын күрһәтеү менән бәйле проблемалы осраҡтар билдәләнде. Бөгөнгө көнгә поликлиникаға килеү маҡсатына ҡарата рациональ пациенттар ағымы булдырылған, дауалау- диагностика процестары стандартлаштырылған, диспансеризация үткәндә, анализ тапшырғанда ваҡыт сарыф итеү бөтөрөлгән. Һөҙөмтәлә табиптың ҡабул итеүен көтөү, процедура кабинетында булыу ваҡыты кәмегән.
Пациенттарға уңайлыҡ булдырыу өсөн поликлиникала яңыртыу эштәре бара. Тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылған, бүлмәләр бүленгән, бинаның тышҡы яғында елләтеү ҡорамалы ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла. Күтәрмә һәм пандустар эшләү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә.
Яңыртыу эштәре сиктәрендә бөтөн беренсе ҡат үҙгәртелде, унда дежур табип-терапевт, табипҡаса ҡабул итеү, ЭКГ кабинеттары, шулай уҡ шәфҡәт туташы посы күсте. Бында медицина картаһынан күсермә эшләргә, санитар-курорт картаһын тултыра башларға, анализдарға юллама алырға, флюорография һөҙөмтәһен алырға мөмкин. Шуның менән табиптарға эш йөгө кәмей. Пациенттарға уңайлы булһын өсөн поликлиника холында администратор дежур итә.
Евгений Кустов хәбәр итеүенсә, «Һаҡсыл поликлиника» проекты Үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарамағындағы балалар, стоматология поликлиникаларында һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында индерелә. Шул уҡ ваҡытта процестар даими яңырып тора.
- Һеҙҙең өсөн был яҡшы аҙым: табиптар араһында эш тигеҙ бүленә, буталсыҡлыҡ бөтә, системалыҡ барлыҡҡа килә, - тине Рөстәм Хәмитов. - Был проект эске һәм тышҡы яҡтан да һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Ул табиптар һәм пациенттар өсөн дә.
Башҡортостан Башлығы республика- ның һаулыҡ һаҡлау министрынан быйыл «Һаҡсыл поликлиника» проектына нисә медицина учреждениеһы ҡушыласағы менән ҡыҙыҡһынды.
Әнүәр Бакиров әйтеүенсә, проекттың бөтә балалар һәм 70 процент өлкәндәр поликлиникаларында тормошҡа ашы- рылыуы күҙаллана. Рөстәм Хәмитов киләсәктә проектты дауаханаларға ла таратырға тәҡдим итте.
- Беҙҙә ошондай проект башланыуы менән ҡәнәғәтмен. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Үҙегеҙгә лә ҡыҙыҡлы. Пациент- тарға бөгөн уңайлыраҡ була башланы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. - Унан бигерәк, үҙ эше оҫталары - табиптар, урта һәм кесе медицина персоналдары - шулай уҡ был уй-фекерҙе күтәреп алды, уларға ла был мөһим. Был проектты бөтә ерҙә, бөтөн республика буйлап тормошҡа ашырырға кәрәк. Мәҫәлән, бер ҡаланан икенсеһенә күсеп килгән табип теләһә ҡайһы поликлиникаға, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына килеп, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ, ҡыйынлыҡһыҙ эшләй башлаһын.
* * *

Рөстәм Хәмитов “Металлург” стадионын үҙгәртеп ҡороу эштәре менән танышты. Комплексты модернизациялау Республика Башлығының ҡушыуы буйынса башланғайны.
Эштәр тамамланғас, бында тренировка базаһы булдырыу, еңел атлетика, грек-рим көрәше һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү ҡаралған.
Хәҙерге ваҡытта реконструкциялауҙың беренсе этабы тамамланған. Бассейнға капиталь ремонт үткәрелгән, яңыртылған грек-рим көрәше залында спортсылар шөғөлләнә лә инде. Быйыл заманса спорт залы, яҡтыртылған саңғы- роллер трассаһын төҙөү, стадионды модернизациялау планлаштырылған.
* * *

Республика Башлығы «Морат» тау саңғыһы үҙәгендәге трассаларҙы һынап ҡараны, туристар өсөн булдырылған шарттар менән танышты һәм комплексты артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда илдең тау саңғыһы өлкәһендәге төп эксперттары ҡатнашты.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, «Морат» урынлашҡан урынының уңайлылығы һәм трассаларҙың төрлөлөгө менән айырылып тора. Даими туристар ағымы өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән бында байтаҡ эштәр башҡарылған. Атап әйткәндә, төньяҡ һәм көньяҡ тау битләүҙәрендә, булғандарын киңәйтеп, яңы трассалар һалынған. Спорт һәм административ-көнкүреш корпусы, хужалыҡ блогы төҙөлгән. Канат юлдары, яһалма ҡар яһау, барлыҡ трассаларҙы контролдә тотоу, хәбәр итеү (радиотрансляциялар) системалары ҡуйылған. Иҫке күтәргес йүнәтелгән. Тышҡы инженер селтәрҙәрен төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Парковка майҙансыҡтары йыһазландырылған. Тейешле ҡорамал һәм инвентарь һатып алынған.
Шуның менән бергә әүәлгесә инфраструктура - ҡунаҡхана, ресторан, кафе, шулай уҡ күтәргестәр етешмәй. Бынан тыш, өҫтәмә тау битләүҙәрен йыһазландырырға мөмкин.
2020 йылға инфраструктура йәһәтенән етешһеҙлектәр төҙәтелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Бында яҡшы тау саңғыһы курорты булдырылырға һәм комплексты үҫтереүҙең беренсе этабы тамамланырға тейеш.
- «Морат» - Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ярыштарын үткәреү өсөн яратҡан урыныбыҙ. Өлкәндәр ҙә бында ял итеүҙән баш тартмай, - тине Рөстәм Хәмитов. - Был яҡтағы төньяҡ битләү текә генә, һәйбәт урынлашҡан һәм һыуһаҡлағысҡа сыға. Тау аҫтында балалар лагеры бар, уны ла үҫтерергә кәрәк. Бының икенсе этап булыуы мөмкин.
Республика Башлығы ял итеүселәр өсөн тейешле инфраструктура булдырыуҙы иҫәпкә алып, тау саңғыһы комплексын һәм уның эргә-тирәһен артабан үҫтереүҙең комплекслы планын әҙерләргә ҡушты.
Үҙ хәбәрсе.
Оставить комментарий