«Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса уҡытыу семинары үтте

«Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса уҡытыу семинары үтте
20 февралдә Өфөлә «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса беренсе уҡытыу семинары үтте. Унда проект офис етәкселәре (эшсе төркөмдәр) һәм программала ҡатнашыусы министрлыҡ менән ведомство етәкселәре ҡатнашты. Сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты власть органдары эшмәкәрлеген ҡулайлаштырырға, идара итеүҙә системалы алым булдырырға мөмкинлек бирә. Проект халыҡ һәм власть араһында бушлыҡты кәметергә, кешеләргә дәүләт органдарына мөрәжәғәт иткәндә уңайлыҡтар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Бөгөн республиканың бер нисә ҡалаһында «Һаҡсыл поликлиника» проекты тормошҡа ашырыла. Уның һөҙөмтәләре менән төбәк етәксеһе Белорет районына эш сәфәре барышында яҡындан танышты.
- Дөрөҫөн әйткәндә, поликлиника уңайлы йыһазландырылған. Унда ресепшн урынлашҡан, кеше килеп ҡайҙа барырға икәнлеген һорай. Уға барыһын йылы мөнәсәбәттә аңлатып бирәләр, – тине Рөстәм Хәмитов. - Барыһы ла системаға һалынған. Медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм табиптарға эшләүе еңеллерәк.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий