Балаларҙы  янғындан  һаҡлайыҡ! 13-05-2016, 12:17 / Йәмғиәт

Балаларҙы янғындан һаҡлайыҡ!

Башҡортостанда быйыл 1100-ҙән ашыу янғын булған. Утта 126 кеше, шул иҫәптән 12 бала янып үлгән. Белорет районында ла ошо йылда ғына 5 кеше янғында һәләк булды. 30 апрелдә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Марданов янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән видеокәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә һүҙ 29 апрелдә Шаран районының Нурый ауылында булған янғын тураһында барҙы. Шәхси йортта электр сымдарынан сыҡҡан утта 5, 3 һәм 1 йәшлек балаларҙың ғүмере өҙөлгән. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, сабыйҙар өйҙә бикләп ҡалдырылған. Әлегә тикшереү эштәре...
Комбинат ветерандарын онотмай 13-05-2016, 12:14 / Йәмғиәт

Комбинат ветерандарын онотмай

Илебеҙ Бѳйѳк Еңеүҙең 71-се яҙын ҡаршылай. Ошо айҡанлы Рәсәйҙең бѳтә ҡала-ауылдарында ла һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡәҙер-хѳрмәт күрһәтелә, вафат булғандарҙы иҫкә алалар....
«Гәзиттең файҙаһы ҙур» 6-05-2016, 16:15 / Йәмғиәт

«Гәзиттең файҙаһы ҙур»

“Урал” гәзитенең сираттағы бүләге Шығай ауылында йәшәгән Эльвира СӘЙӘХОВАға эләкте. Эльвира Сабит ҡыҙы - «Урал»дың күптәнге дуҫы. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ул гәзитте кѳтѳп ала, ундағы мәҡәләләрҙе яратып уҡый. Тора- бара үҙе лә тарихҡа һәм тарихты ѳйрәнеүгә ҡағылған мәҡәләләр яҙып, тѳрлѳ темаға шиғырҙар ижад итеп, гәзит битендә баҫтыра башлай. 1983 йылда юғары белем алып, эшләй башлағас, йыл һайын «Урал»ға яҙылған даими уҡыусыға әйләнә. Эльвира Сабит ҡыҙы 41 йыл эш стажына эйә булған педагог. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, балаларға тарих фәненән белем бирә, уҡыусыларҙа тыуған илебеҙ тарихына...
Тыуған илгә һѳйѳү телдән башлана! 6-05-2016, 16:14 / Йәмғиәт

Тыуған илгә һѳйѳү телдән башлана!

23 апрелдә Башҡортостанда башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Сараны икенсе йыл рәттән Башҡорт дәүләт университеты үткәрә. Былтыр диктантты танылған актер Хѳрмәтулла Үтәшев уҡыһа, быйыл был яуаплы эш билдәле диктор Әхәт Мортазинға тапшырылды....
Яҙғы баҫыу эштәре башланды 6-05-2016, 16:11 / Йәмғиәт

Яҙғы баҫыу эштәре башланды

Апрелдең йылы тороуы ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡулай булды. Шуға ла улар дым ҡаплау, тырматыу, баҫыуҙарҙы таҙартыу эштәрен аҙна-ун көнгә иртәрәк башланы. Сәсеү кампанияһы барышы тураһында Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш белгес-агрономы Вәкил Әлипбай улы ЯҠУПОВ һөйләй: - Район буйынса сәсеү кампанияһында бөтәһе 7 хужалыҡ ҡатнаша. 1000 гектар майҙанда сәсеү эштәрен 1-15 майға атҡа- рыу планлаштырыла. Бөртөклө культура- лар өсөн 222 тонна орлоҡ бар. Техника ла әҙер. Хужалыҡтар 70 процентҡа яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәре атҡарыл- ды, ужым...
Нескә иңдәрҙә ирҙәр яуаплылығы  ЙӘКИ Тәүәккәл ҡыҙҙар беҙҙең арала 6-05-2016, 16:09 / Йәмғиәт

Нескә иңдәрҙә ирҙәр яуаплылығы ЙӘКИ Тәүәккәл ҡыҙҙар беҙҙең арала

Бөгөн гүзәл заттар эшләмәгән бер генә өлкә лә, бер генә тармаҡ та юҡтыр. Ғаилә усағын һаҡларға ла, илебеҙгә бынамын тигән шәхестәр тәрбиәләп үҫтерергә лә һәм ир-аттар менән бер рәттән иң ауыр эштәрҙе башҡарырға, иң мөһим бурыстарҙы үтәргә лә өлгөрә улар. Ошо урында эске эштәр бүлегендә эшләгән гүзәл заттарҙың береһе - Әлиә Фуат ҡыҙы ШӘҒӘЛИНА тураһында айырым һөйләп үтке килә....
Рух балҡышы – шиғриәт 6-05-2016, 16:02 / Йәмғиәт

Рух балҡышы – шиғриәт

Сермәндә район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында Сафуан Әлибайҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған конкурс уҙҙы. Уны мәғариф идаралығы, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы һәм Сермән мәктәбе ойошторҙо. Конкурста ҡаланың 1-се, 3-сө, 16-сы, 20-се мәктәптәре, 17-се гим- назия, Сосновка, Боғанаҡ, Туҡан, Тирлән, Тимер юл, Инйәрҙең 1-2-се, 3-сө мәктәптәре, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат, Сермән, Шығай, Үткәл, Асы, Йөйәк, Манышты, Ҡаһарман, Исмаҡай, Берештамаҡ, Мәхмүт мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты....
Хәүефле, әммә кәрәкле һөнәр 6-05-2016, 16:01 / Йәмғиәт

Хәүефле, әммә кәрәкле һөнәр

“Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте” дәүләт бюджет учреждениеһының Инйәр янғынға ҡаршы хеҙмәтенең айырым бүлексәһе Инйәр, Йѳйәк, Асы ауыл хакимиәттәре биләмәһендә урынлашҡан 28 ауылды хеҙмәтләндерә. Бүлексә менән тәжрибәле, 22 йыл ғүмерен янғын хеҙмәтенә бағышлаған Рәил Рәшит улы ХИСМӘТУЛЛИН етәкселек итә....
Үҙ ерендә 6-05-2016, 16:00 / Йәмғиәт

Үҙ ерендә

Ваҡыт йылға кеүек аға ла аға. Әле генә уйнап йөрөгән малайҙар, үҙҙәре атай булып, балалар үҫтерә. Һәр кем үҙ тормош юлын табып, ошо матур яҡты донъяла йәшәүен, эшләүен дауам итә. Радик Өмөтбай ауылында ябай эшсе ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ки- лә. Бала сағы башҡаларҙыҡынан айырылмай: йәй көндәрен Маҙары буйында балыҡ тота, һыу инә, бесән саба, кистәрен туп уйнай, йәштәштәре менән күңел аса, бейей... Радик башланғыс мәктәпте - Өмөтбай, VIII класты - Ботай, урта мәктәпте Егәҙе мәктәптәрендә тамамланы. Ул саңғы ярыштарында ҡатнашты. Аҙаҡ Белорет һөнәрселек училищеһында уҡыған саҡта...