Йәйләү мал ѳсѳн уңайлы 22-08-2016, 14:19 / Йәмғиәт

Йәйләү мал ѳсѳн уңайлы

Һыҙылып таң атты. Эҫе кѳндән хәлһерәгән мал таңғы һалҡында рәхәтләнеп ял итә. Әммә һауынсыларҙың: “Тор, Катюша! Мая, атла! Һәүкә-әш, Футбол...”, - тигән тауышы малҡайҙарҙың тынлығын боҙҙо. Һыйырҙар, теләр-теләмәҫ кенә урындарынан ҡуҙғалып, һауын станына табан йүнәлде. Бына шулай кѳн дә таңғы сәғәт 5 тулыр-тулмаҫтан һауынсыларҙың эш кѳнѳ башлана. Иртәнге һауынға ѳлгѳрәйек тип, беҙ ҙә таң менән юлға сыҡтыҡ. Барып етеүебеҙгә, һауынсылар Ғәрифә Мохтар ҡыҙы Хәйбуллина һәм Гүзәл Борхан ҡыҙы Ғәйфуллина (һүрәттә) һуңғы һыйырҙа- рын һауа ине. Кѳтѳүсе Рәүф Марат улы Ғибәҙәтов малды сығарырға әҙерләнә....
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар иғтибарына! 19-08-2016, 17:55 / Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар иғтибарына!

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар иғтибарына! Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 17 августа сәғәт 4-тә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль райондың территориаль һайлау комиссияһы тѳбәк дәүләт баҫмаларында түләүһеҙ баҫма майҙан бүлеү буйынса сәйәси партиялар һәм теркәлгән кандидаттар араһында йәрәбә тартыу үткәрҙе. Сарала “Урал” гәзите вәкилдәре лә ҡатнашты....
Опрос предпринимателей по оценке эффекта 18-08-2016, 17:11 / Йәмғиәт

Опрос предпринимателей по оценке эффекта

С 15 августа по 15 сентября 2016 года АНО «Агентство стратегических инициатив по продвижению новых проектов» проводит очередной опрос предпринимателей по оценке эффекта от реализации планов мероприятий («дорожных карт») Национальной предпринимательской инициативы по улучшению инвестиционного климата в Российской Федерации. Опрос осуществляется в целях всестороннего учета мнений о результатах реализации мероприятий, направленных на улучшение инвестиционного климата и получения обратной связи от бизнес-сообщества субъектов Российской Федерации. Мероприятие носит строго конфиденциальный характер...
Ырыуҙар киләсәге йәштәр ҡулында 16-08-2016, 15:31 / Йәмғиәт

Ырыуҙар киләсәге йәштәр ҡулында

20 августа Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үтә Беҙҙең район ауылдары Ҡатай волосы сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан территорияһына ҡатайҙарҙың ата-бабалары XIII быуаттың уртаһында килеп урынлаша. XIV быуаттың аҙаҡтарында ҡатайҙар көнсығышҡа - Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәр йылғаһы үҙәндәренә йүнәлә, ә ҡатайҙарҙың төп өлөшө төньяҡта Танып йылғаһы буйында күсмә тормош алып бара. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ҡатай ауылдары һаны 25-кә етә. Кантонлыҡ идара иткән осорҙа улар бөтәһе 6-сы кантонлыҡтың 27-30 тирмәһенә ҡарай....
Хеҙмәт ҡануниәтендәге мәсьәләләр ҡаралды 16-08-2016, 15:30 / Йәмғиәт

Хеҙмәт ҡануниәтендәге мәсьәләләр ҡаралды

Бѳгѳн халыҡты ҡануниәткә ярашлы эшкә урынлаштырыу, эш хаҡтары түләүҙе тотороҡландырыу, конверттағы эш хаҡтарын булдырмау, эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ-ара мѳнәсәбәттәрен кѳйләү, был йәһәттән проблемаларҙы хәл итеү, халыҡтың хеҙмәт ҡануниәтендәге белемен арттырыу кѳнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Был мәсьәләне хәл итеү ѳсѳн «ҡыҙыу линиялар» эшләй, халыҡты ҡабул итеүҙәр, семинар-кәңәшмәләр ойошторола. Ошондай сараларҙың береһе муниципаль район хакимиәтендә уҙҙы. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников етәкселегендәге тѳбәк семинар-кәңәшмәлә Республика...
Донъяны яулай башҡорт ҡыҙы 16-08-2016, 15:28 / Йәмғиәт

Донъяны яулай башҡорт ҡыҙы

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борон-борондан уҡ сая, ғорур, кѳслѳ зат булыуын яҡшы беләбеҙ. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотанһалар ҙа, башҡаларҙы аһ иттереп, бынамын итеп башҡарып сығыу һәләте бар уларҙа. Борондан килгән был сифат бѳгѳн дә үҙенсәлеген юғалтмай. Гүзәл заттарыбыҙ тѳрлѳ ѳлкәләрҙә әленән-әле донъя кимәлендә таныла, үҙҙәренең генә түгел, республикабыҙҙың данын ситкә тарата. Нәфислек, матурлыҡ талап иткән мәҙәниәт, сәнғәт булһынмы, йылғырлыҡ, сыҙамлыҡ кәрәк булған спорт ѳлкәһеме, әллә инде тәрән аҡыл, сабырлыҡ ѳҫтѳнлѳк алған сәйәсәтме - һәр ҡайһыһында улар ныҡлы урынын тапҡан,...
«Эштәрегеҙ яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы» 16-08-2016, 15:25 / Йәмғиәт

«Эштәрегеҙ яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы»

13 августа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рѳстәм Хәмитов эш сәфәре менән ҡалала булып китте. Белоретта Республика етәксеһе 2005 йылда асылған һәм тѳрлѳ модификациялы трос, металл конструкциялар етештергән “Стропкомплект” йәмғиәтенең производство майҙансығында булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре етештергән продукциялары 500 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрә алыуын эш барышында иҫбатлап күрһәтте. Директор урынбаҫары Вадим Исаенко һѳйләүенсә, предприятие бер нисә йыл элек элекке тимер-бетон изделиелары заводының производство ба- заһын һатып алып, реконструкциялауға 100 млн. һумға яҡын аҡса...
80 кеше мөрәжәғәт итте 16-08-2016, 15:23 / Йәмғиәт

80 кеше мөрәжәғәт итте

Ҡаланың музыка мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмѳхәмәтов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, транспорт һәм юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, ер һәм мѳлкәт мѳнәсәбәттәре, тѳҙѳлѳш һәм архитектура, урман хужалығы буйынса министр урынбаҫарҙары, дәүләт комитеттары рәйестәре район халҡы ѳсѳн күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Был кѳндә белгестәргә 80 кеше мѳрәжәғәт итте. Иң күп һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалығы, торлаҡ йорттар буйынса социаль файҙаланыу килешеүе тѳҙѳү, шәхси тѳҙѳлѳш ѳсѳн...
Комиссия әүҙем эшләне 16-08-2016, 15:20 / Йәмғиәт

Комиссия әүҙем эшләне

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар менән эшләү буйынса баш белгесе Г.М. МӘХМУДОВА, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы” учреждениеһының хоҡуҡи ярҙам бүлегенең тѳп белгесе А.И. БИГЛОВА граждандарҙы ҡабул итте. Хѳкүмәт ҡарарына ярашлы, бындай ҡабул итеү йылына бер тапҡыр һәм алдан билдәләнгән график буйынса үткәрелә. Ошон- дай сара былтыр беҙҙең районда апрель айында үткәрелгән, туғыҙ кеше мѳрәжәғәт иткән. Ҡабул итеү эшендә урындағы ведомство вәкилдәре - район-ҡала дәүләт...
Уңған ир-егеттәр күберәк булһын 16-08-2016, 15:18 / Йәмғиәт

Уңған ир-егеттәр күберәк булһын

Һуңғы йылдарҙа ауыл тормошонда старосталар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һәр сара, ѳмә һәм башҡа йәмәғәт тормошо уларһыҙ үтмәй. Урындағы үҙидаралыҡтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Уҫманғәле ауылы старостаһы Ришат Зариф улы Нәғимов та иңенә алған яуаплылыҡты намыҫлы үтәй. Ышаныс- тарын аҡлағанға ауылдаштары уны икенсе тапҡыр староста итеп һайлап ҡуйҙы....