Ветеранға сертификат тапшырылды 11-07-2016, 11:36 / Йәмғиәт

Ветеранға сертификат тапшырылды

18 майҙа Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Әбүбәкир улы Әбүталипов 95 йәшен билдәләгәйне. Ул Шығай ауылы хакимиәте биләмәһендә йәшәгән иң оло кеше. Ошо кѳндәрҙә ветеран тағы ла ҙур ҡыуаныс кисерҙе - уға торлаҡҡа сертификат тапшырҙылар. Хәсән Әбүбәкир улының шатлығын уртаҡлашып, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Рамил Шәрәфетдинов, Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов сертификатты ветерандың ѳйѳнә барып тапшырҙы. Р.МУСИНА....
Һәр секунд иҫәптә 11-07-2016, 11:35 / Йәмғиәт

Һәр секунд иҫәптә

«Хәүефһеҙлек мәктәбе» республика ярыштары 1998 йылдан ойошторолоп килһә лә, ошондай кимәлдә ул өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Биш көнгә иҫәпләнгән күнекмәләрҙә республиканың 36 ҡала- районынан 39 команда көс һынашты. Программа ете төр һынауҙан торҙо һәм һәр команда йәш буйынса ике төркөмгә - А һәм Б класына бүленде. Спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт, физик яҡтан үҫешкән һәм тормошта килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаған балалар тәрбиәләү - проекттың төп маҡсаты....
Уйындарҙан уңдыҡ беҙ, 11-07-2016, 11:30 / Йәмғиәт

Уйындарҙан уңдыҡ беҙ,

Уйындарҙан уңдыҡ беҙ, Ярыштарҙа еңдек беҙ! Һабантуйға килгән күңелегеҙгә - илһам халыҡты спорт ярыштары ла, милли уйындар ҙа йәлеп итә. Был юлы атай-әсәйҙәр балалары менән бергәләп һәр уйында ихлас ҡатнашты. Бер ерҙә тоҡ кейеп һикерәләр, бер ерҙә арҡан тарталар, бер ерҙә һауытты һыу менән тултырыуҙа, бер ерҙә тоҡ менән һуғышыуҙа ярышалар, ә бер ерҙә һыңар аяҡтары бәйләнгән парҙар йүгерә. Олоһо ла, кесеһе лә бүләктәр, приздар алып ҡыуана. Ә инде сосораҡтар хатта бер нисә ярышта ҡатнашып, бүләкле булды. - Балалар менән күптәнән бер ҡайҙа ла сыҡ- ҡаныбыҙ юҡ икән. Ҡыҙыбыҙҙың шатлығы эсенә...
Ҡоҙашмандар яҡшы кәйефтә 11-07-2016, 11:24 / Йәмғиәт

Ҡоҙашмандар яҡшы кәйефтә

Халҡыбыҙҙың традицияларын һаҡлау һәм артабан дауам итеү маҡсатында ойошторолған оло байрамды асып, Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов барлыҡ ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарҙы тәбрикләне. Артабан Салауат ағай Нәбиуллин ауыл тарихы, үткәне, бѳгѳнгѳһѳ менән таныштырҙы. Байрам Мәсет тауында үтте. Сәхнә матур итеп биҙәлгән, сағыу флагтар байрам кәйефе бѳркѳп тора. Бер ерҙә милли кѳрәш, икенсеһендә һырғауылға үрмәләү, ѳсѳнсѳһѳндә тоҡ менән һуғышыу, дүртенсеһендә йыр-моң, бейеү буйынса конкурстар үткәрелде. Һәр еңеүсегә бүләктәр тапшырылды. “Сударушка” ансамбле сығышы сағыулығы, ә Миәкә...
Атың бармы? Ялдарына ятып,  Йәйге елде уҙып сап атта! 11-07-2016, 11:22 / Йәмғиәт

Атың бармы? Ялдарына ятып, Йәйге елде уҙып сап атта!

Ат борон-борондан халҡыбыҙҙың иң тоғро дуҫы, юлдашы һанала. Заманалар үҙгәрһә лә, атҡа булған һөйөү ҡанда һаҡлана. Ауылдарҙа шул уҡ ат йәнле малайҙар үҫә, хужалыҡта ярҙамсы булараҡ тотолған аттар ҙа, көтөү-көтөү йөрөгән йылҡы ла бар. Башҡорт атының генофонды һаҡланған, республикала күп йылҡы аҫралған төбәк булған Белорет ерендә лә уға иғтибар бер ҡасан да кәмемәй. Айырыуса һуңғы йылдарҙа районда йылҡы һаны арта, шәхси, крәҫтиән- фермер хужалыҡтары күбәйә, үҙе бер абруйлы тармаҡҡа әүерелә бара....
Батырҙар сыҡты майҙанға 11-07-2016, 11:18 / Йәмғиәт

Батырҙар сыҡты майҙанға

- Аяғына баҫты! - Күтәрә бит, ташламай... - Был билен бѳкмәй, ныҡ тарта... - Э-э-х! Уны алып ташларға кѳсѳ етмәй шул! Ошолай итеп халыҡ ихласлап, кѳрәш майҙанында батырҙарҙың кѳс һынашыуын күҙәтә. Сәғәттәр буйы дауам иткән бәйгене аяҡ ѳҫтѳ тороп ҡараһалар ҙа ялҡмайҙар....
Ялан күрке - тирмәләр 11-07-2016, 11:07 / Йәмғиәт

Ялан күрке - тирмәләр

Ялан тултырып теҙелеп киткән тирмәләр һабантуйҙың йәме булыуын бер кем дә кире ҡаҡмаҫ. Йыл һайын нәҡ ошо тирмәләрҙә тарихыбыҙға байҡау яһайбыҙ, милли аш- һыуыбыҙҙы әҙерләйбеҙ, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Былтыр тирмәләр конкурсында 17 тирмә ҡатнашһа, быйыл 22 ауыл хакимиәте һәм ойошма- предприятие ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уҡыу йорттары араһынан медицина колледжының, Әзекәй хакимиәтенә ҡараған Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡының тирмәләр конкурсына ҡушылыуы ҡыуаныслы булһа, Егәҙе, Ҡағы, Йөйәк хакимиәттәре тирмә ҡороуҙан баш тартты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла...
Һабантуйҙар үткән саҡта күңелдәр ҡанатлана 11-07-2016, 11:04 / Йәмғиәт

Һабантуйҙар үткән саҡта күңелдәр ҡанатлана

Хеҙмәт алдынғыларының урыны – түрҙә Башҡорт халҡының милли байрамы - Һабантуй йылдан- йыл киңерәк ҡолас йәйә бара. Ул башҡорттарҙың ғына түгел, ә башҡа милләттәрҙең дә яратҡан байрамына әйләнде. Һабантуй байрамы үтәсәк яланда бер нисә кѳн алдан уҡ әҙерлек эштәре башлана: тирмәләр ҡорола, сауҙа нѳктәләре урынлаштырыла. Жюри иртәнге туғыҙҙан тирмәләрҙе ҡарай башланы. Ә инде сәғәт 11-ҙә Һабантуйҙың рәсми бүлеге - асыу тантанаһы үтте. Йылдағыса байрамға абруйлы ҡунаҡтар килгән: Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры...
“Яратам һине,тормош!” 11-07-2016, 11:01 / Йәмғиәт

“Яратам һине,тормош!”

Евгений Яковлевич Карепанов 1941 йылдың 17 июнендә Белорет районының Шушпа ауылында тыуған. Бала саҡта табип булырға хыяллана. Шуға күрә медицина училищеһына уҡырға инә. 1959 йылда училищены тамамлай. Тиҙҙән йәш хеҙмәткәрҙе ҡаланың район һаулыҡ һаҡлау бүлегенең фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо йылдарҙа Евгений Карепановтың яҙмышы ҡырҡа боролош ала һәм уның артабанғы тормошо сәйәсәткә бәйләнә. Йәшлек дәрте ташып торған егет 1962 йылда комсомолдың район комитеты инструкторы итеп һайлана. 1965 - 1995 йылдарҙа Евгений Яковлевич Белорет киноселтәре етәксеһе, район...
Аҙна бүләге – Абҙаҡта 14-06-2016, 12:11 / Йәмғиәт

Аҙна бүләге – Абҙаҡта

Был юлы аҙна бүләге абҙаҡтарға эләкте. Ошо ауылда йәшәгән Тәслимә менән Хәким Шакировтар бүләк алыу шатлығына эйә булды. Бүләгебеҙҙең 40 йылдан ашыу гәзитте алдырған, уны яратып уҡыған ғаиләгә эләгеүе икеләтә ҡыуаныслы булды. Үҙ районыңда сыҡҡан гәзитте алдырмай нисек йәшәмәк кәрәк, шуға ла бер нәмәгә ҡарамай һәр йылда ла яҙылып барабыҙ, ти Шакировтар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошоноң бар матурлығын тойоп, уның файҙаһын күреп йәшәйҙәр, кәртә тулттырып мал, ҡош- ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ейән- ейәнсәрҙәрен ҡарайҙар. Шакировтарҙы электромонтерҙар ғаиләһе тип тә әйтергә...