Главная > Йәмғиәт > Ҡанат ҡуйған ойошма

Ҡанат ҡуйған ойошма


14-06-2016, 12:07. Разместил: admin
Ҡанат ҡуйған ойошма
Уҙған йома Учалы яҙыусылар ойошмаһы сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Магнитогорск, Мәсетле, Силәбе ҡәләм тирбәтеүселәренә ҡанат ҡуйған, мөғжизәле әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам иткән ойошманың матур байрамына Өфөлә йәшәгән һәм ижад иткән танылған яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, әҙәбиәт донъяһын ышаныслы айҡаған урта быуын вәкилдәре, илһам шишмәләрен яңы татыған йәштәр һәм уҡыусылар килгәйне.
Бөгөнгө көндә Учалы яҙыусылар ойошмаһында 22 Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһының 82 ағзаһы илһамланып ижад итә һәм ойошма эшендә актив ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа ҡәләм тирбәтеүселәргә юл күрһәтеп барған әҙәбиәтселәр Мәүлит Ямалетдинов, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Әҡлимә Сафина, Эдгар Вилданов, Фәрит Хәсәнов, Ҡамса Мортазин ойошманың эшен йәнләндереүгә йөрәк һәм күңел йылыһын һалған.
Ойоштороусы һәләте көслө булған Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы Сафинаның ауыр йылдарҙа ла ойошманы һаҡлап алып ҡалыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Уның етәкселегендә юбилейға арнап сығарылған “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме” исемле сәсәндәр, яҙыусылар, шағирҙар, журналистар тураһындағы энцик- лопедик кимәлдәге библио- график белешмә-китап һәммәһе өсөн дә иң ҙур бүләк булды.
Төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтарҙы Учалы яҙыусылар ойошмаһы бинаһы алдында икмәк-тоҙ, сәк- сәк менән ҡаршы алдылар. Уларҙы “Хазина” фольклор ансамбле йыр-бейеү, таҡмаҡтар менән сәләмләне. Һуңынан һәммәһе лә элекке “Ураҡ һәм сүкеш”, хәҙерге “Учалинская газета” редакцияһы бинаһы алдына йүнәлде. Бында 15 йыл дауамында “Ураҡ һәм сүкеш” гәзите мөхәррире булып эшләгән күренекле журналист, танылған документалист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәүеф Хәй улы Насировҡа таҡтаташ асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, яҙыусы Спартак Ильясов, билдәле яҙыусылар һәм журналистар Сабир Шәрипов, Рәлиф Кинйәбаев, Таңсулпан Ғарипова, ғалим, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова, “Учалинская газета” мөхәррире Фәнисә Таһирова, “Яйыҡ” гәзите мөхәррире Рима Солтанова, Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина һәм башҡалар үҙҙәренең яҙмышын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән шәхес тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, сәскәләр һалды. Мәктәп уҡыусылары Рәүеф Хәй улы Насировҡа арналған әҙәби композиция менән сығыш яһаны һәм көслө ҡул сабыуҙар аҫтында таҡтаташты асты.
Рәүеф Насировтың тормош иптәше Тәнзилә Миңлехан ҡыҙы (һүрәттә) ошо сараны матур итеп ойошторғаны өсөн һәммәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Учалы яҙыусылар ойошма һының 25 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы кисә район китапханаһында дауам итте. Учалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ижадсыларҙы иҫтәлекле дата менән ҡотлағандан һуң ойошма етәксеһе Әҡлимә Сафинаға, Байгилде Янбулатовҡа, Рәүеф Шаһиевҡа, Фәрит Хәсәновҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм ойошманың эшенә ҙур баһа биреп, артабан да хакимиәт тарафынан ярҙам буласағын белдерҙе. Әҙиптәр һәм журналистар Спартак Ильясов, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Сабир Шәрипов, Рима Солтанова, Луиза Фархшатова, ғалимдар Зәйтүнә Шәрипова, Гөлнур Хөсәйенова һәм башҡалар ойошманың эшмәкәрлеген юғары баһаланы, артабан да ижади уңыштар теләне. Байрам тантанаһы слайдтар, йыр- моң, бейеүҙәр, шиғырҙар менән оҙатылып барҙы.
Эйе, һәр кемдең күңелендә илһам уты ҡабыҙған һәм артабан осоуға ҡанат биргән Учалы яҙыусылар ойошмаһы эшләне, эшләй һәм эшләйәсәк, тип ныҡлы ҡарарға килеп таралыштыҡ был саранан.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.

Вернуться назад