Батыр рухлылар ярышы Вчера, 11:21 / Спорт һәм туризм

Батыр рухлылар ярышы

“Металлургтар” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә үткән 46-сы саңғы ярыштары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Традицион ярыштарҙа район-ҡаланан 360 спортсы ҡатнашты. Был көндө район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары, махсус белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ производство коллективтары һәм спорт ветерандары стартҡа баҫты. Ҙур спорт сараһы алдынан Герой исемен йөрөткән 17-се гимназия алдында урынлашҡан яугир бюсына венок һалыу тантанаһы үтте. Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта,...
Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты  Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы 14-02-2018, 12:11 / Спорт һәм туризм

Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы

10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша шорт-трексы Семён Елистратовты бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. Ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй атлеттары өсөн беренсе награда булды. Рөстәм Хәмитов бөтә республика халҡы исеменән спортсыға уңышлы сығышы өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм алдағы ярыштарҙа уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. - Башҡортостан Һеҙҙең менән ғорурлана. Беҙ Һеҙҙе ҡотлайбыҙ, - тине төбәк Башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында  Семён Елистратов шорт-трек буйынса 1500 метр дистанцияла өсөнсө булып килде һәм...
Белорет атлеттары - иң шәбе 9-02-2018, 11:11 / Спорт һәм туризм

Белорет атлеттары - иң шәбе

Белорет гер секцияһы республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Бының шулай булыуында, тәү сиратта, тренер Виктор Гладкихтың өлөшө ҙур. Ул Белорет спортсыларын Рәсәй кимәленә күтәреп, 3 спорт мастеры, 12 спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән. Виктор Гладкихтың спорт өлкәһенә индергән өлөшө ҙур, күптәр уның ниндәй тренер булыуын яҡшы белә. Ул үҙ эшен дзюдонан башлай. Бөгөн иһә гер спорты буйынса атлеттар әҙерләй. Билдәле тренер яңыраҡ ҡына 60 йәшен билдәләне. Үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында ул һәр ваҡытта ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Һөнәре буйынса юғары уңыштарға ирешеүе уның үҙ эшенең оҫтаһы...
Беҙҙә лә туризмды үҫтерергә кәрәк 16-02-2016, 11:38 / Спорт һәм туризм

Беҙҙә лә туризмды үҫтерергә кәрәк

Туризм тураһында хәҙер күп яҙалар. Белорет районы етәкселеге лә, ниһайәт, был тармаҡҡа иғтибар итә башланы. Ирәмәл тәбиғәт паркы, “Абҙаҡ”, “Морат” тау саңғыһы үҙәктәре һәм башҡалар менән бергә “Асы” шифаханаһын да туризмды үҫтереү йүнәлешенә индерәләр. Ысынлап та, Асы төбәген, шифахананы ла индереп, туризм төбәгенә әүерелдереп була бит....
Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа 9-02-2016, 15:41 / Спорт һәм туризм

Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа

Муниципаль район хакимиәте беренселегенә 1999 йылғы һәм унан йәшерәктәр араһында хоккей буйынса ярыштарҙың IV турнирында ҡаланың “Факел”, “Юность”, Октябрьский биҫтәһенең “Метеор”, Ломовканың “Ломовка ҡарсығалары”, Тимер юл ауылының “Локомотив”, Тирләндең “Луч”, Абҙаҡтың “Абҙаҡ”, Сермәндең “Бөркөт” командалары “Ровесник” хоккей майҙансығында мауыҡтырғыс уйын күрһәтте....
Кѳрәшселәр ярышты 18-01-2016, 09:57 / Спорт һәм туризм

Кѳрәшселәр ярышты

Декабрь аҙағында Абҙаҡ урта мәктәбендә Яңы йылға арналған милли көрәш һәм билбау көрәше буйынса ярыш үтте. Ярышта Абҙаҡ мәктәбенән, Белорет ҡалаһынан һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылынан 59 уҡыусы ҡатнашты....
Тау саңғыһы етеҙҙәрҙе йыйҙы 18-01-2016, 09:52 / Спорт һәм туризм

Тау саңғыһы етеҙҙәрҙе йыйҙы

“Морат” тау саңғыһы комплексында аҙна һайын тиерлек Рәсәй, республика һәм башҡа кимәлдәге спорт ярыштары үтеп тора. Декабрҙә уҙған Бѳтә Рәсәй спорт ярыштарынан һуң, 12-15 ғинуарҙа тау саңғыһы үҙәге спорт яратыусыларҙы тағы ла үҙенә йыйҙы. Был юлы балалар “Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәге клубының Асыҡ беренселеге” һәм Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы спорты буйынса асыҡ Чемпионаты ярыштарында ҡатнашты....
Ачери-биатлон буйынса Чемпионат 22-12-2015, 11:53 / Спорт һәм туризм

Ачери-биатлон буйынса Чемпионат

Был аҙна район-ҡалабыҙ тѳрлѳ кимәлдәге спорт сараларына бай булды. Бѳтә Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Чемпионаттары, Асыҡ Беренселектәр, район ярыштары үтте. Үтмәҫлекме ни, бының ѳсѳн районыбыҙҙа спортты үҫтереү, үткәреү ѳсѳн бѳтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған, тәбиғәт үҙенсәлеге лә быға булышлыҡ итә. 14-16 декабрҙә “Ҡурташ” спорт комплексында ачери-биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһының Асыҡ Беренселеге һәм Чемпионаты үтте....
Йүгеректәр сыҡты ярышҡа 20-10-2015, 08:53 / Спорт һәм туризм

Йүгеректәр сыҡты ярышҡа

“Металлург” стадионында Республика көнөнә арналған А.М.Новиков иҫтәлегенә муниципаль район хакимиәте һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған XXXII Белорет ярым марафоны уҙҙы....
Спорт һѳйѳүселәр стартҡа баҫты 1-10-2015, 09:22 / Спорт һәм туризм

Спорт һѳйѳүселәр стартҡа баҫты

26 сентябрҙә район-ҡаланың спорт һѳйѳүселәре «Милләттәр кросы - 2015» Бѳтә Рәсәй йүгереү кѳнѳнә ярашлы үткәрелгән Белорет районының йүгереү буйынса Асыҡ ярышында ҡатнашты....