Милләттәр кросы

20 сентябрҙә ҡаланың Металлургтар майҙанында Бѳтә Рәсәй йүгереү кѳнѳнә арналған “Милләттәр кросы - 2014” ярышы үтте.

Сараны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге ойошторҙо. Халыҡ араһында йүгереүҙе популярлаштырыу, сәләмәт йәшәүгә йәлеп итеү, эшселәрҙе һәм йәштәрҙе физкультура, спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән үткәрелгән ярыш үҙморатына иреште, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Был кѳндѳ 1000-дән ашыукеше стартҡа баҫты. Сарала ҡала мәктәптәре менән бер рәттән райондан да йәш спортсылар ихлас ҡатнашты. Кроста туғыҙ йүгереш ойошторолдо. Тәүҙә ѳс саҡрымға 1995 йылғы һәм унан ѳлкәндәр, 1996-97 йылғы үҙмерҙәр ярышты. 1998-99, 2000-02 йылғы үҫмерҙәр 1,5 саҡрымға йүгерҙе. 800 метрға иһә 2003-04, 05 йылғы һәм унан бәләкәс ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен һынап ҡараны. Ғаилә йүгереүендә атай-әсәйҙәр I класта уҡыған балалары менән уҙышты. Һәр йүгерештән финишҡа беренсе булып килгән ун кеше бүләкләнде.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий