Командалар кѳс һынашты

Хоккей буйынса муниципаль район беренселеге ярыштары башланды. Уҙған йәкшәмбе Һуҡырҙар йәмғиәте биҫтәһенең хоккей майҙансығында муниципаль район хакимиәте беренселегенә ярыштарға старт бирелде. Хоккей миҙгелен асып, командаларҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет начальнигы С.В. Полина сәләмләне, һәммәһенә лә уңыштар теләне.

Тәүгеләрҙән булып боҙға Сермәндең «Бѳркѳт» һәм майҙан хужаһы «Юность» командалары сыҡты. Ике осор сермәндәр файҙаһына 3:0 менән тамамланһа, ѳсѳнсѳ осорҙа майҙан хужалары үҙҙәренең былтырғы еңеүселәр икәнен иҫбатланы һәм уйын 7:3 иҫәбе менән «Юность» файҙаһына тамамланды. Сермән хоккейсыларын дәртлән- дерергә Сермән хакимиәте башлығы А.З. Әйүпов менән 30-лап кѳйәрмән килгәйне. Мәктәп директоры Ғ.Р.Аҙнабаев уларға автобус биргән. Икенсе уйында «Факел» менән «Стин» командалары кѳс һынашты. Уйын 8:2 иҫәбенә «Факел» файҙаһына тамамланды. Киләһе ярыштарҙа муниципаль район хакимиәте беренселегенә Инйәр, Тирлән, Ломовка, Абҙаҡ командалары ҡушыласаҡ. Был ярыштарҙа 1998 йылғы һәм унан кесерәк хоккейсылар ҡатнаша.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Н. БОРИСЕВИЧ фотоһы.
Оставить комментарий