Егет яуҙа һынала

Үткән аҙнала Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссариаты яҙғы саҡырыуға әҙерләнгән егеттәр араһында Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған хәрби-ҡулланма спорт тѳрҙәре буйынса тѳбәк-ара спартакиада үткәрҙе.

Бындай ярыш хәрби-патриотик тәрбиә биреү, йәштәрҙең сәләмәт тормош алып барыуын раҫлау, хәрби-ҡулланма һәм техник спорт тѳрҙәрен популярлаштырыу, егеттәрҙең Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Кѳстәрендә хеҙмәт итеүгә әҙерлек кимәлен тикшереү маҡсатында быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла. Унда Белорет һәм Бѳрйәндән, Әбйәлилдән, Учалынан, Межгорьенан 5-әр кешенән торған 4 команда ярышты.

Спартакиада хәрби комиссар, подполковник Вадим Ҡасим улы Сәйәховтың сәләмләүе менән башланып китте. Егеттәрҙе ярыштың талаптары һәм тѳрҙәре менән таныштырғас, кѳсѳргәнешле һынауҙар башланды. Командалар 7 тѳр ярышта — пневматик винтовканан атыу, турникта тартылыу, гер күтәреү, автоматты һүтеү һәм йыйыу, магазинға патрондар йыйыу, противогаз кейеү һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса теоретик һорауҙарға яуап биреп, үҙҙәрен һынаны. Бѳтә яҡлап та юғары һѳҙѳмтә күрһәтеп, Учалы командаһы I урынға сыҡты. Әйткәндәй, улар былтыр ҙа еңеп, республика кимәлендәге спартакиадала ҡатнашты һәм II урынды яуланы. II урынды - Белорет, III урынды Әбйәлил командалары алды.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий