Туризм – тормош мәктәбе

16-20 июндә Азапкин яланында район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарының 61-се традицион туристик слеты үтте.

Еңеүҙең 70 йыллығына арналған слетта 31 команда ҡатнашты. Республикала иң масштаблы туристик слет балаларҙы берләштерә, мәктәп йылдарынан уҡ спортҡа, туризмға ылыҡтыра. Улар ҡотҡарыу эшендә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда үҙҙәрен нисек тоторға ѳйрәнә һәм беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса практик күнекмәләр үтә. Биш кѳн дауамында барған слетта командаларға район-ҡала мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы С.В. Полина, туризм, тыуған яҡты ѳйрәнеү һәм эскурсиялар үҙәге директоры, баш судья О.М. Ручушкин уңышлы һәм хәүефһеҙ старттар, атай- олатайҙарҙың ҡаһарманлығына, Бѳйѳк Еңеүгә бағышланған слетта еңеүҙәр теләне. Туризм ѳлкәһендә уңыштарға ѳлгәшкән, республика, Бѳтә Рәсәй олимпиада- конкурстарында еңеү яулаған педагогтар, уҡыусылар Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Слеттың һәр бер кѳнѳ бай эстәлекле булды. Командалар тѳрлѳ этаптарҙа кѳс һынашты, шәхси беренселеккә ярышты, белемен тикшерҙе. “Изге һу- ғыш” тип аталған туристик-крайҙы ѳй- рәнеү тест-викторинаның Б класында 30,5 балл йыйып 14-се гимназия I урынға сыҡты. II урынды Туҡан һәм 21- се мәктәптәр алды. Ике команданың белемдәре бер кимәлдә булды, улар 25,5 балл йыйҙы. А класында 1-се мәктәп командаһы кѳслѳрәк булып сыҡты һәм лайыҡлы рәүештә I урынды яуланы. Ломовка мәктәбе - II, 17-се гимназия III урынды алды. Ҡаланың башҡорт гимназияһы командаһы еңеүселәрҙән бер нисә балға ғына ҡалышып, IV урынға сыҡты. Икенсе кѳндә балаларға үҙҙәрен шәхси беренселектә һынап ҡарау мѳмкинлеге тейҙе. 61 спортсы ике класҡа бүленеп йәйәүле дистанцияны шәхси үтте. Шәхси беренселектә А класынан Ломовка мәк- тәбенән Юля Зимина, Наталья Горелова һәм 16-сы мәктәптән Алена Полозавалар еңеүсе булды. Б класында Анна Авдеева (21-се мәктәп), Розалина Асылбаева (Үткәл мәктәбе) һәм Юля Аристова (Тимер юл мәктәбе) призлы урындарҙы яуланы. Улар отҡорлоҡ, етеҙлек, зирәклек күрһәтте. Ә үҫмерҙәрҙән А класында призлы ѳс урынды Ломовка мәктәбенән Александр Смотряев, 21-се мәктәптән Айнур Фәт- ҡуллин һәм 16-сы мәктәптән Динис Ибраһимов алды. Үткәлдән Азамат Хазин, Тирлән мәктәбенән Кирилл Солтанов һәм Тимер юл мәктәбенән Кирилл Горбу- нов иң етеҙе булды. Команда ярышында 21-се, 16 мәктәптәргә һәм 17-се гимназия командалары (А класы) призлы урындарҙы алды. Тимер юл, Үткәл һәм 21-се мәктәп командалары берҙәмерәк, шәберәк булып сыҡты. Командаларға “Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре” дистанцияһы иң ҡыйыны, иң хәүефлеһе, шул уҡ ваҡытта иң яуаплыһы ла булғандыр, сѳнки дистанция ойошҡанлыҡ, берҙәмлек талап итә. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға йәйәүле дистанцияны үтеү, катамаранда йѳҙѳү, һыуҙа батып барған «командалашын» - бүрәнәне «ҡотҡарыу», беренсе ярҙам күрһәтеп, носилкаға һалып тейешле урынға алып барыу, тәбиғәт шарттарында усаҡ яғып, тушенканы асып йылытыу йѳкмәтелде. Иң ҡатмарлы ярышта 320 балл йыйып, 16-сы мәктәптең беренсе командаһы алға сыҡты. Ломовка командаһы - II, 16-сы мәктәптең икенсе командаһы III урын алды. Ә Б класында I урынды Үткәл командаһы, II урынды 21-се мәктәп командаһы һәм III урынды Сермән командаһы яуланы. Тѳп ярыштарҙан тыш, командалар менән таныш- тырыу, хәрби-патриотик йырҙар, крайҙы ѳйрәнеү- селәр, ялан шарттарында кѳнкүреште ойоштороу, би- вуак конкурстары үткә- релде. Бында ла командалар һынатманы. Ә дѳйѳм һѳҙѳмтәләргә килгәндә, 1050 балл йы- йып, Үткәл командаһы еңеүсе титулын яуланы. 21-се һәм Тимер юл ауылы мәктәптәре II һәм III урындарҙы лайыҡлы рәүештә алды. А класына ҡараған 10 команда ара- һынан 1066 балл йыйып, 16-сы мәктәптең беренсе командаһы беренселеккә сыҡты. Ломовка һәм 21-се мәктәп командалары II һәм III урынды бүлеште. Палаткалар ҡаласығы биш кѳн буйына гѳрләп торҙо, балалар рәхәтләнеп ял итте, ярышты, танышты һәм аралашты. Ошо кѳндәрҙә туризм, крайҙы ѳй- рәнеү һәм экскурсия үҙәге тренер- преподавателе Алевтина Павловна Рас- сказова етәкселегендә йыйылма коман- да Дыуан районында уҡыусыларҙың спорт туризмы буйынса 66-сы респуб- лика ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Улар районыбыҙ намыҫын лайыҡлы яҡлар тигән ѳмѳттәбеҙ.
Э. ХӘМЗИНА. Автор фотолары.
Оставить комментарий