«Республика - беҙ» һәр ваҡыт әҙер

Уҡыу йылы тамамланып, балаларҙың йәйге каникулының беренсе айы ла үтеп бара. Уҡыусыларҙың йәйге каникулын хәстәрләү, уны сифатлы, хәүефһеҙ һәм файҙалы итеп ойоштороу ололар иңендә. Район-ҡалала балалар ѳсѳн күп кенә лагерҙар эшләй, шифахана- профилакторийҙарҙа сәләмәтлектәрен нығытыу мѳмкинлеге лә бар.

Лагерҙарҙа, шифахана-про- филакторийҙарҙа беренсе за- езд тамамлана, ә бына Йәштәрҙең ял үҙәгендә ойош- торолған кѳндѳҙгѳ лагерь 23 июндә балаларҙы ҡабул итте. “Республика - беҙ” тип аталған кѳндѳҙгѳ лагерға 50 бала йѳрѳй, улар ике тѳркѳмгә бүленеп, “Йәшелдәр” һәм “Һарылар” тип йѳрѳтѳлә баш- ланы. Беренсе кѳндә балалар ике аҙнаға уларға дуҫ, иптәш буласаҡ тәрбиәселәре, вожа- тыйҙары менән яҡындан аралашты, йәштәштәре, ко- мандалаштары менән таныш- ты. 25 июндә иһә лагерҙы асыу тантанаһы ойошторолдо. Йәш республикалылар тантаналы линейкаға теҙелде, лагерь начальнигы Нина Арсентьевна Миронова һүҙ алды. “Йәйҙең иң ҡыҙған мәле, ә беҙҙең лагерь бер нисә кѳн элек кенә эшен башланы. Беҙ бер-берегеҙ менән яҡындан танышып, дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ҡайһы бер балалар лагерҙа беренсе йыл ғына, уларға бында оҡшар, тигән ѳмѳттә ҡалабыҙ. Һеҙҙең ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәр ҙә тыуҙырылған, тѳрлѳ саралар, конкурстар, экскурсиялар ойоштороласаҡ”, - тине ул. Лагерь байрағын сығар- ғандан һуң, балалар тан- таналы рәүештә ант бирҙе, тәрбиәләнеүселәр рәтенә алынды, беләктәренә таҫма тағылды. Балалар үҙҙәренең маһирлыҡтарын күрһәтте, тәрбиәселәре менән ике кѳндә гәзит эшләргә лә ѳлгѳргән, концерт та әҙерләгән. Йәш республикалылар коман- далары менән таныштырҙы, йырланы, бейене, флешмобта ла ҡатнашты. - Кѳндѳҙгѳ лагерға тѳрлѳ ғаиләләрҙән балалар һәм “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы ағзалары йѳрѳй. Беҙҙе муниципаль район хакимиәте финанслай, балалар бушлай ял итә. Кѳндѳҙгѳ лагерҙа - 50 бала. Был күп тә, әҙ ҙә түгел. Балаларҙың статусына ҡарамай, уларҙы ике тѳркѳмгә бүлдек. Ар- табан лагерь ағзалары бер- береһе менән аралашып, айырылмаҫ дуҫтарға әйләнер. Лагерҙың ыңғай яҡтары бик күп. Балалар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 4-кә тиклем тѳрлѳ сараларҙа ҡатнаша, уйнай, ял итә. “Белорет” ресторанында 4 тапҡыр туҡ- ланыу ойошторолған. Ба- лалар менән педагог-психолог эшләй, тренингтар, әңгәмәләр үткәрә, шәхсән шѳғѳлләнә. Ата-әсәләре менән дә бѳтѳнләйгә айырылмайҙар. Ѳйҙәренә ҡайтҡандан һуң уларҙың башҡа уйға ваҡыты ла ҡалмай. Быйыл Бѳйѳк Еңеүгә 70 йыл, Әҙәбиәт йылы, алда ШОС һәм БРИКС тора. Ошо уңайҙан тѳрлѳ саралар үткәрергә йыйынабыҙ. Хәтер кѳнѳн Еңеүҙең 70 йыллығына ғына түгел, бер нисә йыл элек 1 сентябрҙә булған Бесландағы фажиғәгә лә бағышлаясаҡбыҙ. Беслан фажиғәһен һүрәтләгән видеороликты балалар башта кѳлѳп кенә ҡарай, артабан кѳлѳү күҙ йәштәре менән алмашына. Илай белеү ҙә үҙе бер тәрбиә ул. Шулай уҡ ДОСААФ музейында булып, хәрби техниканы күр- ҙек. Һуңынан балалар “Белый тигр” хәрби фильмын ҡараны. Алда әле “Металлург” ки- нотеатрында фильмдар ҡа- рау, бассейнға барыу, ла- зертаг, кибер-уйындар, тир- ҙа атыу кеүек саралар тора. Быларҙың барыһына ла ике аҙна эсендә ѳлгѳрѳргә тырышасаҡбыҙ, - тине лагерь начальнигы Нина Миронова. Бындай ялдан лагерь ағзалары ла ҡәнәғәт, уларға бында яҡшы. Беренсе тапҡыр килгән Артем да бер нисә кѳн эсендә дуҫтарын тапҡан. Тәрбиәсе-вожатыйҙары ла оҡ- шай. Ѳләсәһе лагерҙан һәм ЭШ ТУҠТАМАҒАН тәрбиәселәрҙән ҡәнәғәт. “Капитализмда ошондай со- циализм утрауҙары ҡалыуына шатмын. Майҙансыҡта ейә- немә оҡшай, дуҫтарын да тапҡан инде. 14 кѳн эсендә тѳрлѳ сараларға йѳ- рѳйәсәктәр. Туҡланыу ҙа яҡ- шы ойошторолған. Тимәк, ейәнем ѳсѳн бошонорға сәбәп юҡ. Балаларҙың буш ваҡыты булмаһын, бындай саҡта уларҙың баштарына ниндәй генә уйҙар килмәй", - ти ѳләсәй. Йәйге каникул балаларға һаулыҡтарын нығытырға, кѳс-дәрт тупларға, 1 сентябрҙе уңышлы башларға мѳмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Ҡояшлы миҙгел яҡты хәтирәләр менән генә иҫтә ҡалһын.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий