Хәрәкәттә - бәрәкәт

“Балаңды спортҡа алып кил” фестивале сәләмәт тормошҡа саҡырҙы
Беҙҙең район-ҡалала үҫеп килгән быуынды лайыҡлы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән бихисап спорт ярыштары, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ылыҡтырғыс саралар уҙғарылып тора. Үткән аҙнала “Мин спортты һайлайым!” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, Металлургтар майҙанында “Балаңды спортҡа алып кил” тигән проект тормошҡа ашырылды. Балаларҙа илһөйәрлекте, Ватанының лайыҡлы шәхесен тәрбиәләүҙең нигеҙендә, әлбиттә, сәләмәтлек һәм сәләмәт тормош ята. Шуға ла фестивалдең маҡсаты - балалар һәм үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормошҡа өндәү булып торҙо.

Проект ике йыл элек старт алғайны. Инициаторы - Рәсәй дәүләт социаль уни- верситетының Өфө филиалы. Йылдан- йыл географияһы киңәйә барып, быйыл ул республиканың бѳтә ҡала һәм райондарын- да үтте. Беҙҙең ҡалала фестиваль икенсе йыл рәттән уҙғарылды. Бында теге йәки был спорт төрө буйынса консультация алырға һәм шунда уҡ берәй секцияға яҙылырға мөмкин ине. Ҡалала эшләп килгән клубтарҙа, секцияларҙа тәрбиәләнеүселәр үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыҡты, уларға ҡарап, түңәрәктәргә яңы балалар яҙылды. Секцияларҙың тѳрлѳләре - түләүлеләре һәм түләүһеҙҙәре булды. Мәҫәлән, ҡаланың Мәктәптән тыш эштәр үҙәге бушлай эшләгән түңәрәктәргә саҡырҙы. Шулай уҡ ҡаланың спорт мәктәбе бик күп тѳр - баскетбол, хоккей, дзюдо, самбо, грек- рим кѳрәше һ.б секциялар тәҡдим итте. Фитнес-клуб художестволы гимнастика, аэробика, йѳҙѳү, йога менән шѳғѳлләнеү секцияларына саҡырҙы. - Беҙҙең “Золотой рассвет” йога студияһы уҡыу йәшенә тиклемге балаларҙы ла ҡабул итә. Кескәйҙәр ѳсѳн күнекмә уйын формаһында бер сәғәт буйы бара. Улар арып та ѳлгѳрмәй.

Унда мускул каркасын нығытыу, арҡа һѳйәген тѳҙәтеү буйынса күнекмәләр эшләйбеҙ. Шулай уҡ йога сабырлыҡҡа, иғтибарҙы тупларға ѳйрәтә, баланы тынысландыра һәм уға күтәренке кәйеф бирә, - тине йога буйынса инструктор Анастасия Романовская.
- Тхэквондо бала тормошонда, уның үҫе- шендә ҙур роль уйнай. Беренсенән, ул баланы тәртипкә, яуаплылыҡҡа ѳйрәтә. Ул күнекмә ваҡытында тәүге һѳҙѳмтәләрен күргәндән һуң үҙ-үҙенә ышанысы арта, баһаһы кѳсәйә. Шуға күрә, баланы ни тиклем иртәрәк бирһәң, һѳҙѳмтә лә яҡшы буласаҡ. Хатта физик яҡтан сәләмәт булмаған балалар ҙа беҙҙә үҙен таба, уңыштарға ѳлгәшә һәм үҙендә ышаныс тоя башлай, - ти тхэквондо буйынса инструктор Ольга Борисевич. Ғѳмүмән, был кѳндѳ майҙан балалар, ата-әсәләр менән шығырым тулы булыуы шатландырҙы. Йәш быуын сәләмәт тормош яҡлы, тимәк, киләсәгебеҙ - ышаныслы ҡулдарҙа. Әлбиттә, һәр кем чемпион була алмай, әммә шуныһы мөһим: спорт менән шөғөлләнгәндәр был тормошта юғалып та ҡалмай, ауырлыҡтарға ла бирешмәй. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Был көндәге спортҡа ылыҡтырыу саралары бының менән генә тамамланманы. «Металлург» стадионында «Чемпион менән күнекмә» акцияһы уҙғарылды. Уны тау саңғысыһы, спорт мастеры Ксения Алопина алып барҙы.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий