Спорт һѳйѳүселәр стартҡа баҫты

26 сентябрҙә район-ҡаланың спорт һѳйѳүселәре «Милләттәр кросы - 2015» Бѳтә Рәсәй йүгереү кѳнѳнә ярашлы үткәрелгән Белорет районының йүгереү буйынса Асыҡ ярышында ҡатнашты.

Кросс бер нисә йыл рәттән үткәрелә. Уны Еңел атлетика федерацияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы ойоштора. Быйыл да «Милләттәр кросы» бик ойошҡан үтте. Тәүҙә 1995 йылғы һәм унан ѳлкәне- рәк йәштәге спорт һѳйѳүселәр 3000 метрға кѳс һынашты. Был арауыҡҡа йүгергән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Евгения Сенюшкина - I, Елена Смоленцева - II, Анастасия Ро- мановская - III, ир- егеттәр араһында Ну- риман Хәйруллин - I, Вил Нуриәхмәтов - II, Вадим Әхмәтшин III урынды яуланы. Ошо уҡ арауыҡҡа уҙышҡан 1996-1997 йылғы үҫмерҙәр ара- һында тәүге булып Белорет педагогия колледжынан Андрей Бойно килде, IIIII урындарҙы Бе- лорет металлургия колледжынан Артем Тихонов менән Бу- лат Ғәлин бүлеште. Ҡ а т ы н - ҡ ы ҙ ҙ а р араһында Белорет педагогия колледжы- нан Айгѳл Шаһивә- лиева - I, Сермәндән - Ленара Ишморатова - II, Белорет педагогия колледжынан Илүзә Сәғитова III урын яуланы. 1500 метр арауыҡҡа уҙышҡан 1998- 1999 йылғылар араһында Инйәрҙең 1-се мәктәбенән Айнур Шәрипов - I, Илнур Шәрипов - II, Сермән мәк- тәбенән Фирғәт Мѳхәмәтйәнов - III, ҡыҙҙарҙан 14-се гимназиянан Ксения Коробова - I, Светлана Дмитриева - II, 3-сѳ мәктәптән Вероника Макарова III урындарҙы яуланы. 2000-2001 йылғы уҡыусылар ҙа ошо уҡ арауыҡҡа йүгерҙе. Үҫмерҙәр араһында 14-се гимназиянан Михаил Точилкин - I, 21-се мәктәптән Андрей Сычев - II, 17-се гимназиянан Егор Репин - III, ҡыҙҙарҙан 1-се мәктәптән Ольга Санникова - I, 8-се мәктәптән Алиса Копытова - II, 14- се гимназиянан Әлфиә Ғәбитова - III урындарҙы яуланы. Шулай уҡ 2002- 2003 йылғы үҫмерҙәр араһында 3-сѳ мәктәптән Леонид Челноков - I, 20-се мәктәптән Егор Коробкин - II, 14-се гимназиянан Руслан Нәжметдинов III урынға лайыҡ булһа, ҡыҙҙар араһында 14-се гимназиянан Софья Костричина - I, 5-се мәктәптән Вика Федорова - II, 20-се мәктәптән Яна Осипова III урындарҙы бүлеште. 2004-2005 йылғы йәш спортсылар 800 метрға кѳс һынашты. Улар араһынан Сермән балалар йортонан Илдар Дәүләтшин - I, 13-се мәктәптән Виктор Худяков - II, 21-се мәктәптән Дима Ефимов III урын алды, ә ҡыҙҙарҙан Үрге Әүжәндән Ксения Дятлова - I, Сермән мәктәбенән Анастасия Харрасова - II, Тимер юл мәктәбенән Алла Айгишева III урынға сыҡты. 2006 йылғылар һәм уларҙан бә- ләкәй йәштәгеләр ҙә 800 метрға уҙышты. Улар араһында Тирлән мәк- тәбенән Сабина Иҡсанова - I, 14-се гимназиянан Анастасия Пиндюрина - II, 20-се мәктәптән Анна Дмитриева III урын яуланы. Ошо йәштәге малайҙар араһында Тирләндән Ярослав Каледин - I, ҡаланың 3-сѳ мәктәбенән Михаил Зинченко - II, 14-се гимназиянан Сте- пан Коробкин III урын алды. I класс уҡыусылары ғаилә менән 800 метрға йүгерҙе. Улар араһында I урынды Алексей һәм Дима Грачевтар, II урынды Полина Баҡыева менән Назар Фәйзуллин, III урынды Георгий һәм Иван Дориндар яуланы. «Милләттәр кросы» йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара, был иһә арабыҙҙа сәләмәт тормошҡа ынтылыусылар артыуы тураһында һѳйләй.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий