Йүгеректәр сыҡты ярышҡа

“Металлург” стадионында Республика көнөнә арналған А.М.Новиков иҫтәлегенә муниципаль район хакимиәте һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған XXXII Белорет ярым марафоны уҙҙы.

Унда Өфөнән, Магнитогор- скиҙан, Белорет һәм Учалы райондарынан 8 йәштән алып 74 йәшкә тиклем 350-нән ашыу кеше, һалҡын елгә, епшек ҡар яуыуына ҡарамайынса, 1000, 3000, 5000, 10000 һәм 21100 метрға йүгерҙе. Спортҡа яңы аяҡ баҫҡандар менән бергә донъя кимәлендә танылыу яулаған спортсыларҙың, ветерандарҙың ҡатнашыуы был сараны тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе. Еңеүселәр йәш категориялары буйынса билдәләнде. Шулай итеп, 1000 метрға йүгереүҙә 2004 йылғы һәм унан кесерәк ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында белореттар Кристина Ғилфанова менән Ярослав Симонов - II, Дмитрий Ефимов III урынға сыҡты. 2002-2003 йылғы ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр араһында Белореттан Леонид Челноков икенсе, Карина Ғәйфуллина өсөнсө булып килде.

5000 метрға йүгереүҙә Михаил Точилкин менән Семен Чуриков - I, II урындарҙы, ә ҡыҙҙар араһында Ольга Санникова менән Алиса Копытова II-III урындарҙы бүлеште. 10000 метрлыҡ дистанцияла Кристина Коровина өсөнсө булып килде. Ярым марафон дистанция- һында ҡатын-ҡыҙҙар араһын- да беҙҙең данлыҡлы йүгерек- тәребеҙгә етеүсе булманы. Иң һәйбәт һөҙөмтә Гөлшат Фазлетдиновала булһа, II урынға Лилиә Шобухова сыҡты. 21,1 км дистанцияға йү- гергән ир-егеттәр төрлө йәш категориялары буйынса наград- ланды.

Шулай итеп, 1996-1997 йылғы үҫмерҙәр араһында ла белореттарға етеүсе булманы. Пьедесталға Закир Ғәҙелшин, Илфат Ракаев, Андрей Бойко күтәрелде. 1995 йылғы һәм унан өлкәнерәктәр араһында ла егеттәребеҙ Вилдан Ғәҙелшин, Олег Марусин, Егор Николаев еңеү яуланы. Абсолют еңеүгә ирешкән спортсыларҙың тре- нерҙары, Рәсәйҙең атҡа- ҙанған тренерҙары Татьяна һәм Евгений Сенченколарҙы ҡотларға ғына ҡала. 40-49 йәшлек спорт вете- рандары араһында Белореттан Вадим Факеевҡа етеүсе бул- маны. 60 йәш һәм унан өлкәнерәктәр араһында Нурый Ахунов өсөнсө булып килде. Еңеүселәр һәм призерҙар Почет грамоталары һәм аҡса- лата приздар менән бүләкләнде.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий