Ачери-биатлон буйынса Чемпионат

Был аҙна район-ҡалабыҙ тѳрлѳ кимәлдәге спорт сараларына бай булды. Бѳтә Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Чемпионаттары, Асыҡ Беренселектәр, район ярыштары үтте. Үтмәҫлекме ни, бының ѳсѳн районыбыҙҙа спортты үҫтереү, үткәреү ѳсѳн бѳтә уңайлыҡтар, шарттар булдырылған, тәбиғәт үҙенсәлеге лә быға булышлыҡ итә.
14-16 декабрҙә “Ҡурташ” спорт комплексында ачери-биатлон буйынса Башҡортостан Республикаһының Асыҡ Беренселеге һәм Чемпионаты үтте.
Ярышта Белорет, Бѳрѳ, Бәләбәй балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, Мәскәү ѳлкәһенән һәм Ямал-Ненец автономлы округынан спортсылар ҡатнашты. Ѳс кѳн барған ярышта спортсылар шәхси беренселек ѳсѳн уҙышты. Беренсе кѳн ачери- биатлонсылар ҡыҫҡа дистанцияға (спринт) йүгерҙе. 2001-2003 йылғы ҡыҙҙар 2,4 саҡрымға ярышты. Призлы I һәм II урындарҙы Белорет спорт мәктәбенән Анастасия Николаева һәм Яна Осипова алды. III урынға Бәләбәйҙән Диана Долматова сыҡты. 1997- 2000 йылғы ҡыҙҙар 4 саҡрымға йүгерҙе. Белорет спортсыһы Ольга Санникова финиш һыҙығын беренсе үтеүсе Рената Ғүмәрованан (Бәләбәй) 0,3 секундҡа ғына ҡалышып, икенсе булып килде. Масстартта ла шул уҡ ҡыҙҙар пьедесталға күтәрелде. Үҫмерҙәр, ир-егеттәр араһында ла ярыш кѳсѳргәнешле барҙы. 4 саҡрым спринтта 2001-2003 йылғы үҫмерҙәр араһында призлы урындарҙы Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Вячеслав Яскевич, Родион Ерастов һәм Дмитрий Ефимовтар бүлеште. 1997-2000 йылғы 13 спортсы ике ут рубежында атып, 6 саҡрымға йүгерҙе. Белореттан спорт мастерлығына кандидат Михаил Авдеев беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Губкинский ҡалаһынан Руслан Алисолтанов еңеүсенән 0,35 секундҡа ҡалышып, икенсе, Мәскәү ѳлкәһенән Борис Жижченко ѳсѳнсѳ булды. Ир-егеттәр араһындағы спринтта I урын - Мәскәү ѳлкәһенән Кирилл Смирновта, II урын - Бѳрѳнән Эдуард Айгузинда һәм III урын - Губкинскийҙан Александр Тукбаевта. Икенсе кѳн үткән масстартта ла улар призлы урындарҙа булды. Был юлы урындарҙы Александр Тукбаев (I), Кирилл Смирнов (II) һәм Эдуард Айгузин (III) бүлеште. 1997-2000 йылғы үҫмерҙәр араһында Губкинскийҙан Данил Неустроев I урын алды, ул 4 ут рубежында әллә ни мәргән атмаһа ла, тиҙлеге юғары булды. Спортсы 20 сәптең 5-әүһенә генә тейҙерҙе. II урынды Белореттан Михаил Авдеев һәм III урынды Губкинский ҡалаһынан Руслан Алисолтанов алды. Белорет спорт мәктәбенән 2001-2003 йылғы үҫмерҙәр - Вячеслав Яскевич, Родион Ерастов һәм Дмитрий Ефимов иң етеҙҙәре булды. Уларҙың атыу мәргәнлеге лә юғары кимәлдә ине. Спринтта юғары һѳҙѳмтәләргә ирешкән Анастасия Николаева һәм Яна Осипова масстартта ла ал бирмәне. Тиҫтерҙәре Виктория Пиндюрина финиш һыҙығын ѳсѳнсѳ булып үтте. Ғѳмүмән, Анастасия Николаева чемпионатта абсолют чемпион булды, ул уҙыштан тѳшѳп ҡалыу тѳрѳндә лә I урынды алды. Диана Хѳсәйенова һәм Яна Осипова II, III урындарҙы бүлеште.
Оставить комментарий