Тау саңғыһы етеҙҙәрҙе йыйҙы

“Морат” тау саңғыһы комплексында аҙна һайын тиерлек Рәсәй, республика һәм башҡа кимәлдәге спорт ярыштары үтеп тора. Декабрҙә уҙған Бѳтә Рәсәй спорт ярыштарынан һуң, 12-15 ғинуарҙа тау саңғыһы үҙәге спорт яратыусыларҙы тағы ла үҙенә йыйҙы. Был юлы балалар “Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәге клубының Асыҡ беренселеге” һәм Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы спорты буйынса асыҡ Чемпионаты ярыштарында ҡатнашты.
12-13 ғинуарҙа Мәскәү, Мәскәү ѳлкәһенән, Санкт- Петербург, Миәс, Башҡортос- тандың Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларынан дүрт йәш тѳркѳмдәре (2000-2001, 2002- 2003, 2004-2005, 2006-2007 йылғылар) буйынса 138 тау саңғысыһы кѳс һынашты. Ярыштың беренсе кѳнѳндә тау саңғысылары слалом дис- циплинаһында старт алды. 2002-2003 йылғы ҡыҙҙар араһында Санкт-Петербург спортсыларына етеүсе бул- маны. Оксана Пянковская (ваҡыты - 1.24.38) финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Командалаштары Диана Плюснина һәм Елизавета Писарева 3-5 секундҡа ғына ҡалышып, финишҡа икенсе һәм ѳсѳнсѳ булып килде. 2000-2001 йылғылар араһында I урынды Санкт-Петербургтан Полина Ананьина алды. Белореттар Анастасия Исаева менән Валерия Сафонова II һәм III урынды бүлеште. 2002-2003 йылғы үҫмерҙәр араһындағы ярыш Санкт-Петербург спортсылары һѳҙѳмтәһенә тамамланды. Павел Сиротенко, Григорий Баркан, Владимир Шуняев призлы урындарҙы башҡаларға бирмәне. 2006- 2007 йылғылар араһында Белорет ҡыҙҙары береһен дә үткәрмәне. Тәнзилә Исраилова, Ева Лавренова һәм Жанна Миһранова яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтеп, призлы урындарҙы яуланы. 2004-2005 йылғы ҡыҙҙар араһындағы ярышта ла Белореттар бирешмәне. Тәүге ике урынды Татьяна Белозерова һәм Елизавета Носова яулаһа, Ѳфѳ спортсыһы Арина Иг- натьева III урынға сыҡты. 9-10 йәшлек саңғысылар ара- һында Белорет командаһы береһенә лә ал бирмәне. Белорет тау саңғыһы үҙәге тәрбиәләнеүселәре Михаил Семавин, Андрей Винокуров һәм Сергей Колесников призлы урындарҙы яулап, ҡалабыҙҙа тау саңғыһы спортының юғары кимәлдә үҫешкәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. 13 ғинуарҙа гигант-слаломда 2002-2003 йылғы ҡыҙҙар араһынан I урынды Стәрлетамаҡтан Элина Аб- драхманова алды. II, III урындарҙы Санкт-Петербург спортсылары Елизавета Пи- сарева һәм Диана Алексашина яуланы, үҫмерҙәр араһында Белореттан Егор Попов, Санкт-Петербургтан Владимир Шуняев һәм Миәстән Амур Насыров еңеүсе булды. 2000- 2001 йылғыларҙан Екатерина Писарева (Санкт-Петербург), Анастасия Исаева (Белорет), Полина Ананьинаға (Санкт- Петербург) етеүсе булманы. Ошо уҡ йылғы үҫмерҙәр араһында ла Санкт-Петербург спортсылары алда килде. Тәүге ике урынды ла улар яуланы. Денис Алексеевтан, Степан Мешковскийҙан саҡ ҡына ҡалышып, Белорет тау саңғысыһы Богдан Ноғоманов ѳсѳнсѳ булып финиш һыҙығын үтте. 2004-2005 йылғылар араһында пьедесталға Белорет спортсылары күтәрелде. Апалы- һеңлеле Наталья һәм Татьяна Белозеровалар I, II урынды бүлешһә, командалаштары Елизавета Носова III урынға сыҡты. Санкт-Петербургтан Александр Тимофеев һәм Никон Парвицкий тәүге кѳндә үткән ярышта пьедесталға күтәрелә алмаһа ла, икенсе кѳнѳнә уларға бәхет йылмайҙы. Тәүге урындарҙы улар, ә Белореттан Кирилл Сурин ѳсѳнсѳ баҫҡысты яуланы. 2006- 2007 йылғылар араһында ла беренсе кѳн еңеүселәре Тәнзилә Исраилова һәм Ева Лавренова I, II урындарға сыҡты. Ѳфѳнән Александра Жаркова III урынды алды. Малайҙар араһында тәүгеләрҙән булып Михаил Семавин һәм Андрей Винокуров финиш һыҙығын үтте. Ѳфѳ спортсыһы Иван Шадрин ѳсѳнсѳ булды. Кѳндәрҙең һыуыҡ тороуы ла спортсыларҙы ҡурҡытманы, сәм генә ѳҫтәне. Спортсылар ҙа, тренерҙар ҙа Белореттағы тау саңғыһы трассаһының яҡшы, ярыштарҙың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Белорет спортсылары ла һәр ваҡыттағыса ал бирмәне. Әле үк 9-10 йәшлек спортсылар ҙур уңыштарға ирешһә, киләсәктә лә уларҙан олимпиада еңеү- селәре сыҡмаҫ, тимә. Ә 14 һәм 15 ғинуарҙа Морат тауы ѳстән дә кәм булмаған спорт разряды булған 2001 йылғы һәм унан олораҡ тау саңғысыларын ҡабул итте.
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий