Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа

Муниципаль район хакимиәте беренселегенә 1999 йылғы һәм унан йәшерәктәр араһында хоккей буйынса ярыштарҙың IV турнирында ҡаланың “Факел”, “Юность”, Октябрьский биҫтәһенең “Метеор”, Ломовканың “Ломовка ҡарсығалары”, Тимер юл ауылының “Локомотив”, Тирләндең “Луч”, Абҙаҡтың “Абҙаҡ”, Сермәндең “Бөркөт” командалары “Ровесник” хоккей майҙансығында мауыҡтырғыс уйын күрһәтте. Һәр команданың көйәрмәндәре хоккейсыларға дәрт-дарман өҫтәп торҙо. Бигерәк тә командаларҙың яҡшы экипировкаланыуы ҡыуандырҙы. Шулай итеп, “Юность” - “Локомотив” - 8:1, “Ломовка ҡарсығалары” - “Луч” - 3:2, “Метеор” - “Абҙаҡ” - 7:6, “Факел” - “Бөркөт” 14:3 иҫәбе менән уйынды тамамланы. Хоккейҙың киләһе турниры Сермәндә үтәсәк.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Н. БОРИСЕВИЧ фотоһы.
Оставить комментарий