Беҙҙә лә туризмды үҫтерергә кәрәк

Туризм тураһында хәҙер күп яҙалар. Белорет районы етәкселеге лә, ниһайәт, был тармаҡҡа иғтибар итә башланы. Ирәмәл тәбиғәт паркы, “Абҙаҡ”, “Морат” тау саңғыһы үҙәктәре һәм башҡалар менән бергә “Асы” шифаханаһын да туризмды үҫтереү йүнәлешенә индерәләр. Ысынлап та, Асы төбәген, шифахананы ла индереп, туризм төбәгенә әүерелдереп була бит. Маршрутҡа Асы минерал сығанаҡтары, данлыҡлы Йәйташ, Берештә Бала Шүлгән йылғаһы (йылға буйында мәмерйәһе лә бар, мамонт һөйәктәре лә тапҡайнылар бер нисә йыл элек), Яуҡал буйы, Береш-Йөйәк араһында Бирйән һыртындағы Һынташ, Ырыҫҡол бейеге, Салауат тобаһы, туристар йәйен-ҡышын өҙөлмәгән данлы Һилеғорғо, Изгеләр зыяраты, Ғәбдѳктә Ҡыҙылташ, Ырыҫҡол ҡаяһы, Туғанаш ятыуы, Өйташ инә. Йөйәк буйында тау саңғыһы базаһы, йәйен-ҡышын эшләгән ял йорто булһа, Абҙаҡҡа ҡарағанда ла баш ҡала халҡы бында бик теләп килер ине (Йөйәк Ѳфѳгә яҡыныраҡ). Әйткәндәй, был тау саңғыһы базаһы булдырыу тураһында фекер минеке түгел, был турала Мәскәүҙә лә ҡыҙыҡһынғайнылар, республика матбуғатында ла яҙылды. Тик көрсөк арҡаһында был турала оноттолар, ахыры... Халыҡ бит әле лә ҡырағай туризм менән Йөйәкте баҫып алған. Бына ҡыш буйы Татарстандан, тағы әллә ҡайҙан экстрим яратыусылар ҡаргиҙәрҙәр менән ауыл эргәһендәге тауҙарҙы штурмланылар. Башлап ебәреү өсөн Береш менән Йөйәкте тоташтырған ҡырсынташ юлы ғына кәрәк (булғанын рәткә килтереү ҙә етер ине тәү мәлгә). Йәй буйына Инйәр буйлап кәмәләрҙә сәйәхәтте лә өҫтәргә кәрәк был маршрутҡа. Ҡырағай туризм урынына ойошҡан туризм килһә, район, республика бюджеты тик файҙа алыр ине.
Ринат ШӘЙБӘКОВ.
Йѳйәк ауылы.
Оставить комментарий