Белорет атлеттары - иң шәбе

Белорет гер секцияһы республикала иң яҡшылар иҫәбендә.
Бының шулай булыуында, тәү сиратта, тренер Виктор Гладкихтың өлөшө ҙур. Ул Белорет спортсыларын Рәсәй кимәленә күтәреп, 3 спорт мастеры, 12 спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән.

Виктор Гладкихтың спорт өлкәһенә индергән өлөшө ҙур, күптәр уның ниндәй тренер булыуын яҡшы белә. Ул үҙ эшен дзюдонан башлай. Бөгөн иһә гер спорты буйынса атлеттар әҙерләй. Билдәле тренер яңыраҡ ҡына 60 йәшен билдәләне. Үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында ул һәр ваҡытта ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Һөнәре буйынса юғары уңыштарға ирешеүе уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуы тураһында асыҡ һѳйләй ҙә инде.
Күптән түгел генә нәҡ беҙҙең ҡалала гер спорты буйынса сираттағы Башҡортостан беренселеге үтеп, унда 7 Белорет атлеты еңеүсе урын яулағайны. Ярышта гер секцияһы командаһының 2 атлеты ла II урын алды. Команда иҫәбендә белореттар Әбйәлилдәрҙән бер генә мәрәйгә артта ҡалып, II урынға сыҡты һәм ике Белорет атлеты Башҡортостан йыйылма командаһына инде. Ярышта күрһәткән уңыштар юғары булды. Нәҡ шул арҡала Белорет секцияһы республикала иң яҡшыһы тип табылды ла инде.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий