Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы

Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты  Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы
10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша шорт-трексы Семён Елистратовты бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. Ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй атлеттары өсөн беренсе награда булды.
Рөстәм Хәмитов бөтә республика халҡы исеменән спортсыға уңышлы сығышы өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм алдағы ярыштарҙа уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
- Башҡортостан Һеҙҙең менән ғорурлана. Беҙ Һеҙҙе ҡотлайбыҙ, - тине төбәк Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында  Семён Елистратов шорт-трек буйынса 1500 метр дистанцияла өсөнсө булып килде һәм бронза миҙал яуланы. Әлеге миҙал уның өсөн икенсе награда - 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиадала ул эстафетала алтынға эйә булды.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий