Батыр рухлылар ярышы

Батыр рухлылар ярышы
“Металлургтар” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә үткән 46-сы саңғы ярыштары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.
Традицион ярыштарҙа район-ҡаланан 360 спортсы ҡатнашты. Был көндө район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары, махсус белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ производство коллективтары һәм спорт ветерандары стартҡа баҫты.
Ҙур спорт сараһы алдынан Герой исемен йөрөткән 17-се гимназия алдында урынлашҡан яугир бюсына венок һалыу тантанаһы үтте. Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, Советтар Союзы Геройы А.Г. Серебренниковтың улы Геннадий Серебренников, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, “Хәрби туғанлыҡ” хәрби хәрәкәт ветерандары бүлексәһе рәйесе Игорь Смердов һәм Белорет автомәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Йәүҙәт Заһитов ҡатнашты.
Спортсыларҙы сәләмләп, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта: “Спортсылар һәм саңғы уҙышын яратыусылар араһында бындай ярыштар иң күләмлеһе һәм киң таралғаны һанала. Көсөңдө һынап ҡарау һәм иптәштәрең менән аралашыу өсөн бик уңай. Был ярыш - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға, Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә, ватансылыҡҡа әйҙәгән ҙур сара. Артабан да һеҙгә тыуған илебеҙҙең ҡыйыу һаҡсылары булып ҡалыуығыҙҙы теләйем”, - тине. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков спортсыларға үҙ этаптарында еңеүҙәр, тамашасыға күңелле ял һәм сағыу тәьҫораттар теләне.
Советтар Союзы Геройы Александр Серебренников иҫтәлегенә арналған ярышта ҡала мәктәптәренән тыш, Шығай, Абҙаҡ, Олойылға, Сосновка, Мәхмүт, Йөйәк, Ғәбдөк, Сермән мәктәптәре һәм Бөрйән районы спортсылары үҙ категорияларында көс һынашты. Спортсыларға юғары һөҙөмтәләргә ирешер өсөн күп көс һалырға, тырышырға тура килде, сөнки ярыш барышын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та күҙәтте.
Э.Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 15-се һанында (20.02.18) уҡығыҙ.



Оставить комментарий