Хоккей - батырҙар уйыны

Ҡыш минең генә түгел, ауылдаш- тарымдың да яратҡан миҙгеле. Яңы йыл байрамдары, каникулы өсөн генә түгел, ҡар уйындары, саңғыла, санала шыуыу, конькиҙа йөрөү мөмкинлеге биргән һәм шулай уҡ хоккей турнирҙары өсөн дә яҡын беҙгә.
Үткән йылда Аб- ҙаҡта хоккейҙың ойошторолоуына 40 йыл тулыуға арналған ҙур байрам үткәрелде. Унда төрлө йәш категорияларында, иң йәш хоккейсыларҙан алып ветерандарға тиклем, 18 команда ҡатнашты. Бындай турнирҙар беҙҙә йыл да үткәрелеп тора. Быйыл Абҙаҡ командаһы үҙ майҙанында ҡунаҡтарҙы ҡабул итте һәм ярыштарҙа ла ҡатнашты.
Абҙаҡ хакимиәте башлығы кубогына үткән тәүге турнирҙа ауылдың йәштәр командаһы хакимиәт башлығының күсмә кубогына лайыҡ булды. 18 февралдә Рәүф Йомағолов иҫтәлегенә шайбалы хоккей турниры үтте. Рәүф Мөхәмәҙей улы хоккей уйынына нигеҙ һалыусыларҙың, ауыл тормошонда актив ҡатнашыусыларҙың береһе. Турнирға Рәүф Йомағоловтың туғандары, тренеры, дуҫтары саҡырылды. Сара командаларҙың бер-береһен сәләмләүҙән башланды. Йыйылыусылар алдында беренсе тренеры Вил Ишҡыуатов, имам-хатиб Илдар Машуров, ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, дуҫтары, туғандары сығыш яһаны. Ярышты Ғәбделмәжит Зарипов алып барҙы. Ул ойоштороусы ла, ауылда иң яҡшы хоккей тренеры ла. Ғәбделмәжит Бүләкбай улы спортсыларҙы әҙерләүҙә, турнирҙар, ярыштар ойоштороу һәм үткәреүҙә ҙур көс һала.
Беренсе уйында мәктәп командалары, урта төркөм өлкән төркөмгә ҡаршы уйнаны. Икенсе уйында иһә мәктәптең йыйылма һәм йәштәр командалары осрашты. Уйындар араһында иң йәш ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Иң сағыу сығыштарҙың береһе - XI класс уҡыусыһы Азамат Төхвәтуллиндың боҙҙа үҙенсәлекле бейеүе булғандыр. Көйәрмән-ҡыҙҙарҙың да сығышын тамашасы үҙ итте. Командалар барыһы ла Рәхмәт хаттары һәм Грамоталар менән бүләкләнде. Турнир Абҙаҡтың йәштәр командаһының еңеүе менән тамамланды.
Турнирҙа урындағы учреждение һәм мәктәп, клуб, почта, амбулатория, китапхана, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре актив ҡатнашты. Айырыуса турнирҙы ойоштороусы Ғәбделмәжит Зариповҡа рәхмәтле ауылдаштар. Уның ҡатнашлығында төрлө спорт, сик һаҡсыларына арналған саралар, хоккей турнирҙары үтә. Уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яҡшы кәйеф теләйбеҙ.
Мәҙинә ШОҠОБАЕВА,
китапханасы.
Абҙаҡ ауылы.

Оставить комментарий