Сосновкала хоккей ҡабы асылды

Сермән, Абҙаҡ, Инйәр, Тирлән, Ломовка, Тимер юл ауылдарында хоккей ҡаптары (коробка) эшләүе, хоккей командалары булыуы һәр кемебеҙгә мәғлүм. Ошо кѳндәрҙә был исемлеккә Сосновка ауылы ла ѳҫтәлде - үткән шәмбелә ауыл хакимиәте бинаһы алдында хаккей ҡабы асыу тантанаһы үтте. Сара ҙур байрамға әйләнде, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт бүләк итте.

Хоккей ҡабын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук, район депутаты А.Р. Мырҙагилдин, Сермән ауылы хакимиәте башлығы А.З. Әйүпов, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы А.Д. Мусин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Хоккей ҡабы тѳҙѳү хыялы менән күптән янып йѳрѳй инем, тик мѳмкинлек кенә булманы. Хакимиәт башлығы итеп һайланғас, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында ултырышта был теләкте бѳтәһе лә күтәреп алды, хоккей ҡабы тѳҙѳргә ҡарар иттек, - ти Айгиз Динислам улы.
Спорт майҙансығы тѳҙѳлѳшѳнә эшҡыуар Ғаян Латипов, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары Дамир Мохтаров, Зәит Әҡсәнов, Мәжит Әҡсәнов, Дмитрий Игунин таҡта кеүек кәрәк-яраҡтар менән дә, аҡсалата ла ярҙам күрһәтә. Ә инде хоккей ҡабын тѳҙѳү ѳмәһендә ауыл халҡы дәррәү ҡатнаша. Һыу ҡойоу эшендә Ғаян Латипов, водитель Рәмис Йомабаев, йәш егет Станислав Подшивалов әүҙемлек күрһәтә. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре был эштәрҙе матди һәм ойоштороу йәһәтенән үҙ ѳҫтѳнә ала.

Тантанала ҡатнашыусы ҡунаҡ Айытбай Зәбир улы Әйүпов түбәндәге фекерен белдерҙе:
- Беҙ Сермәндән балалар һәм ололар командаларын алып барҙыҡ. Улар үҙ-ара уйнаны, күрһәтеү уйыны булды инде. Йәш булһа ла, Айгиз Динислам улы байрамды юғары кимәлдә ойошторҙо. Хоккей ҡабы майҙаны эргәһен дә тѳҙѳкләндергәндәр: Яңы йыл шыршыһы ултыртҡандар, балаларға шыуыу ѳсѳн ике тау эшләнгән. Байрамға йыйылған халыҡты урамда самауыр ҡуйып, сәй менән дә һыйланылар. Байрам күңелле үтте. Киләсәктә лә хоккей ҡабы буш тормаҫ, ата-әсәләр балаларына конькиҙар алып бирер, йәш быуын боҙ майҙанында һаулығын нығытыр, тип ышанабыҙ.
Яңы йыл менән барыһын да ҡотлайым! Яңы йыл һәр йортҡа, ауылға бәхет һәм ырыҫ алып килһен!
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий