Белорет данын арттырып

Белорет данын арттырып
Башҡортостан спортсылары Рәсәй Беренселегендә лайыҡлы сығыш яһаны.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Жар-птица» спорт бейеү клубы тренерҙары Олеся һәм Ирик Сиражетдиновтар бейеү спорты буйынса Мәскәүҙә үткән Чемпионат һәм Рәсәй Беренселегендә II урын яуланы.

Өс көн буйы барған көсөргәнешле ярышта Рәсәйҙең бөтә төбәгенән йыйылған меңдән ашыу спортсы үҙ дисциплинаһында алдынғылар исеменә көс һынашты. - Беҙҙең категорияла 29 пар ҡатнашты. Үҙ көсөбөҙгә ышанһаҡ та, бик тулҡынландыҡ, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша Ирик Рим улы. - Ҡала Мәҙәниәт һарайы етәкселегенә һәм хеҙ- мәттәшем Нурия Аришинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
- Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә гел уңыштары менән ҡыуандырып тора. Кисә Өфөлә үткән Рәсәй ярыштарында Розалина Мөхәмәтйәнова менән Тимерйән Йыһаншин I һәм II урын яулап ҡайтты. Әле Силәбе ҡалаһында уҙасаҡ Донья Чемпионатына әҙерләнәбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙгә уңыштар теләп ҡалабыҙ, - ти Ирик Сиражетдинов.
«Жар-птица» клубы тренерҙары һәм йәш спортсыларҙың үрләйһе үрҙәре алда әле. Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА.

Оставить комментарий