Чемпион менән зарядка

Чемпион менән зарядка
Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан Белорет металлургия колледжында “Чемпион менән зарядка” акцияһы үтте. Буласаҡ иҡтисадсылар, юристар, металлургтар өсөн физик күнекмәләрҙе уҡтан атыу (ачери- биатлон) буйынса спорт мастеры, уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың Европа Кубогы этабында бронза миҙал яулаусы Кристина Коровина күрһәтте.
“Чемпион менән зарядка” Белорет студенттары өсөн күптәнге тәжрибә. Уҡтан атыу буйынса спорт мастеры Кристина Коровина бындай акцияла тәүге тапҡыр ҡатнаша, спортсы ҡыҙға инструкторҙар ҙа ярҙам итте. Металлургия колледжы студенттары чемпиондан оҫталыҡ дәресе алды.
- Бындай сараларҙы мотлаҡ үткәрергә кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең өлгөлө студенттарға, йәштәргә үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ. Үҙеңде иртәле-кисле, уҡыуҙан һуң 5-10 минутлыҡ күнекмәләргә бағышлауҙа файҙанан башҡа зыяны юҡ, - тине Кристина тиҫтерҙәренә.
Акцияны Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторҙо.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Илья ПАНЧЕНКО фотоһы.
Оставить комментарий