Чемпиондар балы үтте

Чемпиондар балы үтте
Үткән йыл белореттарға республика, Рәсәй, халыҡ-ара бәйгеләрҙә күп сағыу еңеүҙәр килтерҙе. Чемпиондар балында спорт йылына йомғаҡ яһалды, иң яҡшы спортсылар билдәләнде.
Көндәлек спорт кейемдәрен байрамса кейемгә - кроссовки-кедаларын үксәле туфлиҙарға, матур күлдәктәргә, килешле костюмдарға алыштырған ҡыҙ-егеттәр, уларҙың остаздары ҡала музыка мәктәбенә ашыға. Музыка мәктәбендә хәҙер инде традицияға әйләнгән Чемпиондар балы үтә. Спорт сараһына Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, тренерҙар, физик тәрбиә преподавателдәре, спортсыларҙың ата-әсәләре йыйылды.
Белоретта спорт яраталар. Физик культура һәм спортты үҫтереү программалары тормошҡа ашырыла, спорт объекттары ҡалҡып сыға. Һуңғы йылдарҙа район-ҡалала спорт майҙансыҡтары төҙөлә, ауыл спорт учреждениеларының матди базаһы яңыртыла. Үҙидаралыҡ эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып спортты күтәреү тора. Былтыр тиҫтәләгән белореттар “Оборонаға һәм хеҙмәткә әҙер!” Бөтә Рәсәй спорт комплексында ҡатнашты.
Белорет спортсылары өсөн 2017 йыл мөһим сараларға бай булды. Спортсылар тиҫтәләгән спорт ярыштарында ҡатнашып, төрлө кимәлдәге йөҙләгән миҙал яуланы. Йыл дауамында тәрбиәләнеүселәре ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ- ара бәйгеләрҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән спорт мәктәбе республикала иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе. Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренән 14 кеше “Спорт мастерына кандидат”, 22 спортсы - беренсе разряд һәм 320-һе башҡа разрядтарға норматив үтәне. Чемпиондар балында ҡатнашҡан муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов та быны билдәләп үтте.
- Үткән йыл беҙгә сағыу спорт ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәр бүләк итте. Күптәрегеҙ республикала ғына түгел, ә башҡа кимәлдәге спорт сараларында еңеүсе, призер булды һәм республика намыҫын Европа, ил кимәлендә яҡланы. Ихтыяр көсө, үҙ көсөңә ышаныу һәм ныҡышмал күнекмәләр һеҙгә башҡа спортсыларҙы еңергә ярҙам итте. Һеҙҙең һәр берегеҙ башҡа үҫмерҙәр өсөн өлгө булып тора. Улар һеҙгә ҡарап секцияларға яҙыла һәм спортта уңыштарға өлгәшергә тырыша, - тине Владислав Геннадьевич.
Э.Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 31-се һанында (17 апрель) уҡығыҙ.
Оставить комментарий