Туризмды үҫтереү - мѳһим бурыс

Күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының үҙ бренды барлыҡҡа килгәйне. Уны булдырыусылар әйтеүенсә, Башҡортостан үҙендә әлегә тиклем асылып бѳтмәгән, тәрән сер һаҡлаған мѳғжизәле ер һанала. Брендтың атамаһы «Терра Башкирия», ә слоганы - «Евразия йөрәге, Урал күңеле».
Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов та брендтың заманса һәм ҡыҙыҡлы булыуын билдәләй. Ғѳмүмән, туризмды үҫтереү йәһәтенән беҙҙең район да ҙур әүҙемлек күрһәтә, ҙур эштәр алып бара. Яңыраҡ "Абҙаҡ" ял базаһында "Урал легендаһы" Башҡортостандың тау курорттары туристик-рекреацион кластерын үҫтереү буйынса координацион советтың ултырышы үтте. Кәңәшмәлә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Гилязетдинов, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, кластерға ингән тау саңғыһы үҙәктәре, тәбиғәт парктары һәм шифаханалары һәм шулай уҡ туристик бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Кластерҙың үҙәген өс эре - «Абҙаҡ», «Морат тауы», «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәктәре булдыра. Шуға ла кәңәшмә ойоштороуҙың тәүге маҡсаты ла ҡышҡы миҙгелгә йомғаҡ яһау булды. Координацион Совет рәйесе булараҡ Владислав Миронов, республиканың профилле дәүләт комитеты баһаһы буйынса кластерҙың Башҡортостан территорияһында йылдам үҫеш алыуын билдәләне. Ул кәңәшмәгә йыйылыусыларҙың иғтибарын Советтың тәү сираттағы бурыстарын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарылған эштәренә йүнәлтте. Үткән йылда башҡарылған иң ҙур бурыстарҙың береһе «Урал легендаһы» поезының йөрөй башлауы булды. Был үҙ сиратында тау саңғыһы курорттарына халыҡты күберәк йәлеп итеүгә булышлыҡ иткән. Әммә Советтың ҡышҡы миҙгелдән тыш та башҡараһы эштәре күп әле. Кәңәшмә барышында туристарҙы бөтә миҙгелдәрҙә лә күпләп йәлеп итеү мөмкинлеге билдәләнде, сѳнки кластерға ингән район биләмәләрендә бик күп шифахана-курорт йүнәлешендәге объекттар, ҡурсаулыҡтар, күлдәр, шишмәләр, минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Кәңәшмәгә йыйылыусылар Бөрйән районында ла ошондай уҡ кластер булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий