Евразия уйынында уңышлы сығыш

Евразия уйынында уңышлы сығыш
Өфөлә 14-17 майҙа 15-17 йәшлек ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Халыҡ-ара турнир сиктәрендә I асыҡ Евразия үҫмерҙәр уйыны үтте.
Республиканың йыйылма командаһында Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Көрәш һөҙөмтәләре буйынса, дүрт йәш спортсы үҙ категорияһында призлы урын яуланы. Эльвина Ғә- ҙелшина (70 кг) - I, Евгения Шутова (70 кг) - II, Илһам Муллағәләмов (50 кг) - II, Ислам Муллағәләмов (50 кг) III урындар алды. Даян Хәйруллин (55 кг) - V урында. Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
Салауат ДАУЫТОВ,
тренер.
Абҙаҡ ауылы.
Оставить комментарий