Спорт һөйөүсе ғаиләләр

Спорт һөйөүсе ғаиләләр
Ғаилә һәм спорт. Был төшөнсәләр айырылғыһыҙ булырға тейеш. Сөнки спорт - ул ғаилә ағзаларының буш ваҡытын файҙалы үткәреү сараһынан тыш, һау-сәләмәт, көслө рухлы булыу, сәләмәт тормош яҡлы балалар тәрбиәләүҙең дә ҙур алымы булып тора.
Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән "Минең спорт һөйөүсе ғаиләм" исемле ярыш йәш ғаиләләр араһында спортты пропагандалау маҡсатында үткәрелде. Унда "Комета" командаһы составында Миләүшә, Гөлназ Баймөхәмәтовалар, Гөлфинә, Яҙгөл Таһировалар, Ленара, Ислам, Ильяс Ҡәҙерғәлиндар һәм уларҙың ярҙамсыһы Алина Мостафина, "Физкульт-Ура" командаһында Анджела, Сармат Кирамовтар, Гүзәлиә, Алтынай, Руслан Мостафиндар, Әлиә, Динә Таһировалар һәм уларҙың ярҙамсыһы Айбулат Мөлөков көс һынашты. Улар төрлө ярыштарҙа сослоҡтарын күрһәтеп, бер команда булып, янып-көйөп уйнаны. Спорт тураһындағы викторина һорауҙарына ла яуап бирҙеләр. Ике команда ла бер тигеҙ көскә эйә булып, бер тигеҙ мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде. Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ике команданы спорт берләштерҙе.
Алһыу МОСТАФИНА.
Оставить комментарий