Белореттар Ѳфѳлә үтәсәк халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнаша

Быйылғы йылда балалар спорты донъяһында иң мѳһим ваҡиғаларҙың береһе, баш ҡалала 26 февралдән 3 мартҡа тиклем VI халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйынын үткәреү буласаҡ. Бындай сара 1968 йылдан бирле уҙғарылып килһә лә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Ярыш программаһына 7 спорт тѳрѳ ингән. Улар араһында саңғы, тау саңғыһы спорты, сноуборд, саңғы уҙыштары ла бар. Ярышҡа тѳрлѳ илдәрҙән 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге иң яҡшы йәш спортсылар килә. Уйында бѳтәһе 50 команда ҡатнашасаҡ, республикаға меңдән ашыу бала киләсәк тип күҙаллана.

Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар сараһын тантаналы асыу мәлендә V уйын үткән Канада ҡалаһы Келованан - Ѳфѳгә уйындың рәсми флагы тапшырыласаҡ һәм һәр ҡаланың командалары айырым иғлан ителәсәк. Спортсыларҙы Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитов һәм ҡала мэры Ирек Ялалов сәләмләйәсәк. Әлеге ваҡытта ҙур сараға әҙерләнеү эштәре дауам итә: ярыш үтәсәк урындар тәртипкә килтерелә, ойоштороу эштәре яйға һалына. Ҡыҙыу тѳҙѳлѳш барған Олимпик-Парк тау саңғыһы комплексы ла ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ. Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар сараһына Николай Валуевҡа, Ирина Роднинаға, Алина Кабаеваға, Дмитрий Носовҡа саҡырыу ҡағыҙы ебәрелгән. Ғѳмүмән, Ѳфѳлә халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үткәреү спорт сараһы булараҡ ҡына түгел, ә яңы сәйәси бәйләнештәр булдырыу йәһәтенән дә мѳһим һәм әһәмиәтле һанала. Һәр команданы хакимиәт башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, ҡала мэрҙары оҙатып киләсәк. Ошо йәһәттән Башҡортостан Хѳкүмәте етәкселеге менән тѳрлѳ эшлекле осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Ҡунаҡтарға милли музейға, Красноусол шифаханаһына, ҡала буйлап сәйәхәт ойоштороласаҡ.
Ҙур кимәлдә ойошторолған спорт сараһында Белорет командаһы ла үҙ кѳсѳн һынаясаҡ. Ҡаланың 1-се спорт мәктәбенең 4 ҡыҙ һәм 4 малайҙан торған командаһы саңғы ярыштарында уҙышасаҡ. Саңғысылар ҡаланың 1-се, 18-се, 20-се, 17-се мәктәптәрендә уҡый. Команда ярышта ҡатнашыу ѳсѳн махсус йыйылған, уларҙы ѳс тренер - Е.А. Бузорина, М.А.Щепарев, Н.Н.Рыжкина әҙерләй. Улар быға тиклем дә ҡала, республика кимәлендә күп тапҡыр ҡатнашып, яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәткән. Әҙерлек эштәре ноябрҙә уҡ башланған да инде. Әйткәндәй, Михаил Андреевич Щепарев саңғы ярышында судья була. Балаларҙы йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы С.В.Полина оҙатып бара.

Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий