Олимпиаданы ҡаршылап

Тѳрлѳ йылдарҙа Олимпия уты эстафеталары тураһында ҡыҙыҡлы факттар
Хәҙерге Олимпия хәрәкәте тарихында тәүге тапҡыр Олимпия уты 1928 йылда Амстердамдағы йәйге Уйындарҙа барлыҡҡа килә. Урындағы электроэнергетик компанияһы хеҙмәткәре урындағы стадион башняһында тәүге Олимпия утын ҡабыҙа. Бының менән ул күп быуаттар элек һүнеп ҡалған ғѳрѳф-ғәҙәтте тергеҙә. Хәҙер Олимпия утын һыу аҫтынан да, һауанан да, космостан да, телефон сымдары буйынса ла тѳп стадионға килтерәләр, ә уны ҡабыҙыу ритуалы тамашасы ѳсѳн кѳтѳлмәгән мѳғжизәгә әйләнә. Беҙ Олимпия эстафетаһының тѳрлѳ йылдарҙағы иң ҡыҙыҡлы факттарын тәҡдим итәбеҙ.

Coka-Cola тауышы аҫтында
1928 йылдан халыҡ-ара Олимпия хәрәкәте партнеры булып торған Coka-Cola компанияһы ярҙамы аҫтында күп кенә эстафеталар үткән. Тәү тапҡыр компания Олимпия уты эстафетаһын уҙғарыуҙы 1992 йылда күтәреп алды. Шунан бирле Олимпия уты 350000 саҡрымдан ашыу араны ҡаплап, донъяның 42 илендә булып ѳлгѳрҙѳ.

Космос аша
Уйындарҙы ойоштороусылар һәр ваҡыт донъяны илгә Олимпия утын индереүҙең яңы ысулдарын ҡулланып шаҡ ҡатырырға тырыша. Мәҫәлән, 1976 йылда Монреалдағы XXI Олимпиада уйындарында факел эстафетаһы космос аша үтә. Лазер ярҙамында спутник аша Олимпиянан Америка континентына электромагнит энергияһы импульсы ебәрелә һәм ул Олимпия утын ҡабыҙа.

Ленинградта эшләнгән
СССР-ҙа Олимпия факелы яҙмышы менән 1976 йылда махсус булдырылған 1980 йылғы уйындарҙың Олимпия уты эстафетаһы идаралығы бүлеге шѳғѳлләнә. Уның менән шѳғѳлләнеү Климов исемендәге Ленинград машина эшләү заводына йѳкмәтелә. Завод Олимпиадаға алтын тѳҫѳндәге 6200 факел эшләп сығара. Факел эсендә шыйыҡлатылған газ һәм ялҡынға алһыу тѳҫ биреү ѳсѳн зәйтүн майы һеңдерелгән махсус шнур урынлаштырыла.


Ѳсмѳйѳш
«Лондон-2012» йәйге Олимпия уйындары факелы алтын һәм алюмин сплавтарынан тора һәм уның ѳсмѳйѳш формаһы 3 Олимпия ҡиммәттәрен: хѳрмәт, оҫталыҡ һәм дуҫлыҡты символлаштыра. Факел 8000 факел йѳрѳтѳүсене символлаштырған 8000 түңәрәк тишектәр менән биҙәлгән. Был тишектәр кешеләргә утты яҡынданыраҡ күрергә мѳмкинлек биргән һәм, бынан тыш, ѳҫтәлмә һыуытҡыс ролен үтәгәндәр.
Оставить комментарий