Байрам ярыштары

Йәйҙең иң йәмле мәлендә ҡалабыҙҙа саңғыроллер, велоспорт ярышы үткәреү йолаға әүерелгән инде. Быйыл да ярыштар Ҡала кѳнѳнә арналды.
Металлург майҙанында саңғыроллерҙа ярыш буйынса муниципаль райондың асыҡ чемпионаты һәм беренселеге, велоспорт буйынса Белорет ҡалаһының асыҡ беренселеге старт алды.

Саңғыроллер ярышында бѳтәһе 46 спортсы ҡатнашты. Унда Учалы районынан килгән спортсылар ҙа булды. Ярышыусылар 20 йәштәге һәм унан ѳлкән, 15-16, 14 йәштәге һәм унан кесе йәштәгеләр, егеттәр һәм ҡыҙҙар тѳркѳмдәренә бүленде. Ѳлкәндәр - 7, уртансылар - 5, бәләкәйҙәр 3 әйләнә йүгерҙе. Һәр йәш тѳркѳмѳндә еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, 20 йәштәге һәм унан ѳлкән егеттәр араһынан Алексей Изотов - I, Владимир Павлов - II, Дмитрий Максимов III урын яуланы. Ошо уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһынан Анна Ложкина - I, Диана Кинйәғолова - II, Елена Гурдюмова III урын алды. 15-16 йәштәге егеттәр араһынан Рәмил Ғәбидуллин - I, Михаил Авдеев - II, Артем Моисеев - III урын, ҡыҙҙарҙан Марина Бушова - I, Динә Шаһимырҙанова - II, Рина Ғибәҙәтова III урын яуланы. 14 йәштәге һәм унан кесе малайҙар араһынан Арсен Моисеев - I, Григорий Ильясов - II, Андрей Факеев - III, ошо уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһынан Ольга Санникова - I, Полина Кириллова - II, Эльвина Янзакова III урынға лайыҡ булды. Улар диплом, миҙал менән наградланды, аҡсалата бүләк алды.
Артабан велоспортсылар уҙышы башланды. Унда Белореттан, Салауат ҡалаһынан, Кушнаренко районынан 44 велосипедсы ҡатнашты. Спортсыларҙың иң олоһона 42 йәш булһа, иң бәләкәй ҡатнашыусыға ни бары 8 йәш ине. Велосипедсылар Металлург майҙанынан ҡуҙғалып китеп, Точисский урамынан Ленин урамына сығып, Крупская урамынан К. Маркс урамына тѳшѳп, әйләнеп килделәр. Велоспортсылар араһында ла үҙ тѳркѳмѳндә еңеүселәр билдәләнде.
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий