Уйын ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды 4-03-2013, 14:40 / Спорт һәм туризм

Уйын ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды

Үткән шәмбе Нижнее селениеның “Юность” хоккей майҙанында ҡаланың “Металлург” һәм Ѳфѳнѳң “Ветеран” хоккей командаларының дуҫтарса осрашыуы булды. Был ике команда тәүгә генә осрашмай, февраль урталарында ошондай уҡ осрашыу Ѳфѳлә уҙғайны....
Балалар еңеү яуларға китте 1-03-2013, 14:20 / Спорт һәм туризм

Балалар еңеү яуларға китте

Муниципаль район хакимиәтендә VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнашасаҡ балаларҙы тантаналы оҙатыу булды. Йәш спортсыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В.Пинящук, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы С.В.Полина ҡотланы һәм хәйерле юл, еңеүҙәр теләне....
Олимпиаданы ҡаршылап 28-02-2013, 13:53 / Спорт һәм туризм

Олимпиаданы ҡаршылап

Тѳрлѳ йылдарҙа Олимпия уты эстафеталары тураһында ҡыҙыҡлы факттар Хәҙерге Олимпия хәрәкәте тарихында тәүге тапҡыр Олимпия уты 1928 йылда Амстердамдағы йәйге Уйындарҙа барлыҡҡа килә. Урындағы электроэнергетик компанияһы хеҙмәткәре урындағы стадион башняһында тәүге Олимпия утын ҡабыҙа. Бының менән ул күп быуаттар элек һүнеп ҡалған ғѳрѳф-ғәҙәтте тергеҙә. Хәҙер Олимпия утын һыу аҫтынан да, һауанан да, космостан да, телефон сымдары буйынса ла тѳп стадионға килтерәләр, ә уны ҡабыҙыу ритуалы тамашасы ѳсѳн кѳтѳлмәгән мѳғжизәгә әйләнә. Беҙ Олимпия эстафетаһының тѳрлѳ йылдарҙағы иң ҡыҙыҡлы факттарын...
Герой иҫтәлегенә спартакиада 25-02-2013, 14:34 / Спорт һәм туризм

Герой иҫтәлегенә спартакиада

Үткән шәмбе “Металлург” стадионында Советтар Союзы Геройы А.Г. Серебренников иҫтәлегенә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап һәм шулай уҡ совет ғәскәрҙәренең Сталинградты азат итеүенә 70 йыл тулыу айҡанлы традицион саңғы эстафетаһы үтте. Унда район-ҡала мәктәптәре, ССУЗ һәм ПУ студенттары, производство коллективтары, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты....
Сермәндәр хоккей майҙансығын яңыртҡан 22-02-2013, 14:58 / Спорт һәм туризм

Сермәндәр хоккей майҙансығын яңыртҡан

9 февралдә хоккей буйынса муниципаль район беренселегенең IV туры Сермән ауылында үтте. Сермәндәр ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға ныҡлы әҙерләнгән: хоккей майҙансығын тулыһынса яңыртҡандар, боҙҙары ла ялтырап ята. Сараны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, район Советы депутаты Арыҫлан Мырҙагилдин, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов, “Урал” ПКС-ы рәйесе Рәүф Хәлитов ҡатнашты....
Асыҡ чемпионатта беҙҙекеләр беренсе 6-02-2013, 14:33 / Спорт һәм туризм

Асыҡ чемпионатта беҙҙекеләр беренсе

Белоретта тау саңғыһы спорты буйынса Башҡортостандың асыҡ чемпионаты старт алды. 4 февралдә “Морат” тау саңғыһы базаһында ошо сараны тантаналы асыу булды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, “Морат” тау саңғыһы базаһы директоры В.Н. Носова, Башҡортостан Республикаһының тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһы президенты А.Б. Поляков сәләмләне. Улар ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне....
“Ҡаргиҙәр” операцияһы бара 4-02-2013, 15:26 / Спорт һәм туризм

“Ҡаргиҙәр” операцияһы бара

21 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем республикала “Ҡарғиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Сара ҡаргиҙәр һәм башҡа юлдан тыш транспортты файҙаланыуҙа тәртип боҙоуҙарҙы профилактикалау, кеше ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймау, тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау, техниканы теркәүҙе активлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Операцияны дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрә....
Майҙансыҡ  яңынан гѳрләй башланы 4-02-2013, 15:24 / Спорт һәм туризм

Майҙансыҡ яңынан гѳрләй башланы

Абҙаҡ ауылы халҡының сәләмәт йәшәү рәүешенә битараф булмауы, ял ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә белеүе районда күптәргә мәғлүм. Был йәһәттән ауыл хакимиәте тарафынан да ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел ауылдың киләсәге ѳсѳн битараф булмаған ауылдаштар эшҡыуарҙар ярҙамы менән берлектә бынамын тигән хоккей майҙансығын эшләп ҡуйыу ҙа ошо хаҡта асыҡ һѳйләй. Яңы йыл алдынан ошо майҙансыҡты һәм Таганрог ҡалаһынан махсус заказ буйынса алынған балалар майҙансығын тантаналы асыу үҙе бер шатлыҡлы ваҡиға булды....
Руслан - республика командаһында 29-01-2013, 10:07 / Спорт һәм туризм

Руслан - республика командаһында

21-22 ғинуарҙа Ѳфѳлә уҡыусылар араһында биатлон буйынса VI Ҡышҡы спартакиаданың икенсе этабы үтте. Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Руслан Әлмәтов спринтер уҙышында III урын ала һәм республиканың йыйылма командаһына индерелә. Хәҙер ул 3-9 февралдә Ижевск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика һәм ҡала ѳсѳн сығыш яһаясаҡ....
Белореттар Ѳфѳлә үтәсәк халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнаша 29-01-2013, 09:32 / Спорт һәм туризм

Белореттар Ѳфѳлә үтәсәк халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнаша

Быйылғы йылда балалар спорты донъяһында иң мѳһим ваҡиғаларҙың береһе, баш ҡалала 26 февралдән 3 мартҡа тиклем VI халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйынын үткәреү буласаҡ. Бындай сара 1968 йылдан бирле уҙғарылып килһә лә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Ярыш программаһына 7 спорт тѳрѳ ингән. Улар араһында саңғы, тау саңғыһы спорты, сноуборд, саңғы уҙыштары ла бар. Ярышҡа тѳрлѳ илдәрҙән 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге иң яҡшы йәш спортсылар килә. Уйында бѳтәһе 50 команда ҡатнашасаҡ, республикаға меңдән ашыу бала киләсәк тип күҙаллана....