Главная > Спорт һәм туризм > Уйын һѳҙѳмтәле бара

Уйын һѳҙѳмтәле бара


28-12-2012, 14:06. Разместил: admin
Был кѳндәрҙә Ѳфѳнѳң боҙ майҙандары гѳр килеп тора. 23 декабрҙә Ѳфѳ Спорт һарайында Чехия менән Германия йыйылма командалары араһында күрһәтмә матч булды. Уйын чехтарҙың үҙ дәғүәселәрен 7:2 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды.

Германия командаһының баш тренеры Эрнст Хофнер: «Ѳфѳлә бѳтәһе лә яҡшы ойошторолған. Беҙҙең әлегә күп кенә уйын ҡоралдарыбыҙ Германиянан килеп етмәгән, составта ҡайһы бер хоккейсыларыбыҙ ҙа юҡ. Беҙгә хатта ике ҡапҡала ла күнекмәләр үткәреү ѳсѳн ҡапҡасылар ҙа тәҡдим иттеләр», - тип үҙ фекерен әйтте.
Кисен «Ѳфѳ-Арена»ла Рәсәй менән Швейцария командалары осрашты. Күрһәтмә уйын беҙҙекеләр ѳсѳн һѳҙѳмтәле булды: егеттәр дәғүәселәрен 5:7 иҫәбе менән еңеп сыҡты.
Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты асылған кѳндә, йәғни 26 декабрҙә, рәсәйҙәр словактар менән уйнаны һәм 3:2 иҫәбе менән еңде, ә 31 декабрҙә Канада командаһы менән кѳс һынашты.
Вернуться назад