ЕҢЕЛ ТАБЫШ БӘХЕТ КИЛТЕРМӘЙ

Белорет ҡала суды Федераль миграция хеҙмәте территориаль бүлегенең 32 йәшлек элекке инспекторына хѳкѳм ҡарары сығарҙы. Ул законһыҙ юл менән миграция ойоштороуҙа, ришүәт алыуҙа һәм вазифаһын файҙаланып, ялған документтар эшләүҙә ғәйепләнде.

Суд барышында ғәйепләнеүсенең 2012-2013 йылдарҙа биш танышының торлағында Үзбәкстан, Тажикстан һәм Әзербайжан республикаларының 18 гражданын законһыҙ рәүештә теркәүе асыҡланды. Таныштары уның енәйәт уйы менән эш алып барыуын белмәй һәм хеҙмәткәрҙең һорауы
буйынса документтарға ҡул ҡуя. Ә ысынында иһә күпселек мигранттар бер контролһеҙ Белорет районынан ситтә йәшәгән булып сыға. 2013 йылдың майында, эшенең күрһәткестәрен яҡшыртып күрһәтеү маҡсатында, инспектор сит ил гражданын законһыҙ эшкә урынлаштыру тураһында ойошма директоры менән фиктив административ килешеү тѳҙѳй. Был факт прокурор тикшереүҙәре барышында асыҡлана. Бынан тыш, 2013 йылда инспектор мигранттарҙы законһыҙ теркәү ѳсѳн уларҙың эш биреүселәренән 14 мең һум аҡса ала. Был хаҡта тѳбәк Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең
оператив-эҙләү саралары барышында билдәле була. Суд Миграция хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрен биш йылға иркенән мәхрүм итте һәм 560 мең һум штраф һалды. Ғәйебе тулыһынса иҫбат ителеүенә ҡарамаҫтан, элекке хеҙмәткәр ғәйебен таныманы. Ғәйепләнеүсе суд залында уҡ һаҡ аҫтына алынды.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий