ИҪКӘРТЕҮҺЕҘ ТИКШЕРӘСӘКТӘР

23 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына ялған, контрафактлы, сифатһыҙ һәм теркәлмәгән дарыуҙарҙың, медицина әйберҙәренең әйләнешенә ҡаршы эш итеү йәһәтенән үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон кѳсѳнә инде. “Роспотребнадзор”, “Росздравнадзор”, Федераль таможня хеҙмәте етәкселәре тәртип боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатыу вәкәләттәренә эйә. Һуңғы ҡарарҙы суд ҡабул итә.

Хәҙер, законға ярашлы, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре ресторандарҙы, магазин, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын иҫкәртеүһеҙ тикшерә ала. Быға тиклем инспекторҙар үҙҙәренең тикшереү менән килеүҙәре тураһында кәмендә бер тәүлек алдан иҫкәртергә тейеш ине. Был үҙгәрештәргә ҡарата халыҡ фекере менән дә таныштыҡ. Рәил ҒӘЛИУЛЛИН, адвокат:

- Урынлы ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта ҡулланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлекте лә һатҡандар бар. Алдан иҫкәртеп барһаң, ул тикшереү булмай бит, сѳнки алдан әҙерләнеп кѳтѳп торалар. Элеккегә ҡайтып киләбеҙ, элек шулай булды. Ришат МѲХӘМӘТВӘЛИЕВ, эшҡыуар:

- Был закон электән булды. Уны яңынан ғәмәлгә индереүҙәре дѳрѳҫ, тип иҫәпләйем. Эшен намыҫ менән алып барған эшҡыуар ѳсѳн был закон әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмай. Алдан иҫкәртеп килеү — тикшереү булмай, бындай иреклек ҡуйыу үҙе үк тәртипһеҙлекте тыуҙыра. Әммә, таяҡтың ике осо була тигәндәй, мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: кемделер тикшерәләр, кемгәлер ел “теймәй”. Шуға ла ошо насар ниәт менән үҙ файҙаһын күҙәткән тикшереүселәр эшҡыуарҙарҙы “быумаһын” ѳсѳн алдағы законды ҡабул итеп ҡаранылар ҙа инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшҡыуарҙарҙың араһында ла,
чиновниктар араһында ла үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән атҡарғандар ҙа, шулай уҡ намыҫһыҙҙар ҙа бар.

PS: Һуңғы йылдарҙа йәмәғәт туҡланыуы ҙур үҫеш алды. Әленән- әле яңы кафе-ресторандар, юл буйында туҡланыу урындары асыла. Халыҡ та хәҙер тыуған кѳндәр, туйҙар кеүек тѳрлѳ сараларҙы кафе-ресторандарҙа үткәрә. Был иһә үҙе үк бындай учреждениеларҙа санитария талаптарының үтәлеүен даими тикшереп тороу кәрәклеге тураһында һѳйләй. Юғиһә, был ѳлкәләге талаптарҙы боҙоуҙар кеше һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Шуға күрә ресторан, магазин, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларын даими тикшереп тороу бик урынлы, тип иҫәпләйем. Дарыуҙар ҙа һәр саҡ күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Сифатһыҙ, ялған дарыуҙар арҡаһында кеше ғүмере ѳҙѳлѳүе лә ихтимал. Дѳйѳм туҡланыу, аҙыҡ-түлек, дарыухана килемле тармаҡ. Шуға күрә был тармаҡтарҙа шѳғѳлләнеүселәр санитария хә- үефһеҙлеген күҙәтеү, сифатлы продукция менән тәьмин итеү ѳсѳн аҡсаларын да йәлләмәҫкә, тикшереүҙәргә лә ыңғай ҡарарға бурыслы. Әгәр ҙә “оятһыҙ” тикшереүсе, чиновник сәбәпһеҙгә бәйләнә икән, үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлап, прокуратураға мѳрәжәғәт итергә мѳмкин.
Р. МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий