ХѲКѲМ СЫҒАРЫЛДЫ

Ошо аҙнала ҡала суды “Парус” ял базаһының ышаныслы управляющийына янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәүе арҡаһында кешеләрҙең үлеменә һәм ауыр тән йәрәхәттәре алыуға килтергәне ѳсѳн ғәйепләү хѳкѳмѳ сығарҙы.

Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, 2011 йылдың декабрендә Магнитогорск ҡалаһынан ғаиләләр тыуған кѳн үткәреү ѳсѳн “Парус” ял базаһына килә. 25 декабрҙә таңға табан янғын сыға. Янғын һүндереүселәр бик һуң саҡырылыу сәбәпле, 55 йәшлек ир, 52 йәшлек ҡатын һәм бер үҫмер һәләк була. Унан тыш, янғын мәлендә икенсе ҡаттан һикереп, тѳрлѳ йәрәхәттәр алған 8 кеше, шул иҫәптән 7 һәм 4 йәшлек бала ҡала дауаханаһына оҙатыла. Был янғын осрағы буйынса “Парус” ял базаһының элекке 44 йәшлек управляющийына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 219-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Тикшереүҙәрҙән һуң түбәндәгеләр асыҡлана: ғәйепләнеүсе үҙ белдеге менән, йәғни законһыҙ рәүештә ял базаһының бер ҡатлы корпусының планын үҙгәртеп, 12 бүлмәнән торған икенсе ҡат тѳҙѳгән. Ял базаһында янғын хәүефһеҙлеге ѳсѳн корпуста автоматик янғын сигнализацияһы һәм эвакуацияны хәбәр итеүсе система ҡуйылмаған. Һѳҙѳмтәлә, янғын ваҡытында сығып ѳлгѳрмәй, һѳрѳм еҫенә ағыуланып, кешеләр һәләк була.

Ял базаһының управляющийы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүе арҡаһында кешеләр ғүмере ѳҙѳлѳүен һәм күптәр ауыр йәрәхәт алыуын дәлилләгән материалдарға таянып, суд тикшереү аҫтындағы кешене ғәйепле итеп тапты һәм уны 6 йылға һѳргѳн колонияһына ебәрергә, янғында зыян күреүселәргә әхлаҡи зарар килтергәне ѳсѳн 3 миллион һумдан ашыу аҡса түләргә тигән ғәйепләү хѳкѳмѳ сығарҙы. Әгәр ҙә ошо ун кѳн эсендә Юғары судҡа суд ҡарарына ялыу бирелмәһә, хѳкѳм ун кѳндән кѳсѳнә инәсәк.
Н. ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий