Прокурор аңлата

Гәзит уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға Белорет район-ара прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

“Мин үҙ иҫәбемә ял алырға теләгәйнем. Ниндәй осраҡта бындай ял бирелә? Л. МӘЖИТОВА.” - Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт ко- дексының 128-се статьяһына ярашлы, эш хаҡын һаҡламайынса ял биреү ике осраҡҡа бүленә: беренсе осраҡта - эш биреүсе ҡарауы буйынса, әммә хеҙмәткәр унан баш тарта ала, икенсе осраҡта - хеҙмәткәрҙең үҙенең ғаризаһы буйынса, был осраҡта эш хаҡы һаҡланмай. Беренсе осраҡта: Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһының 1-се пункытына ярашлы, ғаилә һәм башҡа иғтибарға алырлыҡ сәбәптәр буйынса. Бындай ялдың оҙонлоғо эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙең үҙ-ара килешеүе буйынса билдәләнә. Икенсе осраҡта: Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, эшселәрҙең айырым ка- тегориялары ѳсѳн. Был осраҡта эш биреүсе хеҙмәткәрҙең ғаризаһы буйынса бындай ял бирергә бурыслы. Был тѳркѳмгә эшләгән инвалидтар инә, уларға эш хаҡын һаҡламайынса йылына 60 кѳн ял бирелә. “Ҡайһы бер эш биреүселәр эшкә алам тип ике-ѳс ай һынау ваҡыты менән йѳрѳтә. Эшкә урынлашҡан саҡта һынау ваҡыты күпме булырға тейеш? Г. СӘЛӘМОВА.”
- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодек- сының 70-се статьяһына ярашлы, хеҙмәт килешеүе тѳҙѳгән саҡта, ике яҡтың килешеүе буйынса эшкә алынасаҡ кешенең был эшкә яраҡлы булыуын һынау ваҡыты ҡаралған. Хеҙмәт килешеүендә һынау ту- раһында шарттар булмаһа, был уның эшкә һынауһыҙ алыныуын аңлата. Әгәр ҙә эшсе хеҙмәт килешеүе тѳҙѳмәйенсә эшкә ҡушылһа, был шарттар ике яҡтың эш башлар алдынан айырым тѳҙѳлгән килешеүенә индерелгән булыуы их- тимал. Һынау ваҡыты ѳс айҙан артмаҫҡа тейеш, ойошма етәкселәренә һәм урынбаҫарҙарына, баш бухгалтерҙарға һәм урынбаҫарҙарына, филиал етәк- селәренә йәки айырымланған структур бүлексәләр етәкселәренә - алты ай, әгәр ҙә федераль закон буйынса башҡа шарттар ҡаралмаһа. Хеҙмәт килешеүе ике-алты айға тѳҙѳлһә, һынау ваҡыты ике аҙнанан артмаҫҡа тейеш. Эштә бѳтѳнләй бул- маған саҡта, һынау ваҡыты һәм башҡа осор эшкә яраҡһыҙлыҡты ҡарағанда иҫәпкә алынмай. Эш һѳҙѳмтәһе менән риза булмағанда, эш биреүсе һынау ваҡыты бѳткәнгә тиклем ѳс кѳн алда, сәбәбен күрһәтеп, яҙма рәүештә эшкә яраҡһыҙлығы ту- раһында белдерергә хоҡуҡлы. Әгәр ҙә һынау ваҡыты үтеп, эшсе эшләүен дауам итһә, ул һынауҙы үткән тип иҫәпләнә һәм хеҙмәт килешеүен ѳҙѳү дѳйѳм нигеҙҙә башҡарыла. Хеҙмәткәр һынау ваҡытында эште оҡшатмаһа, ул ѳс кѳн алдан яҙма рәүештә был турала эш биреүсене иҫкәртеп, үҙ ирке менән хеҙмәт килешеүен ѳҙѳү хоҡуғына эйә. “Тормошта тѳрлѳ аңлашылмаған хәлдәр килеп тыуғанда, етәкселәрҙең законһыҙ эштәре тураһында ҡайҙа мѳрәжәғәт итергә? Р. ӘПҠӘДИРОВА.” - Граждандар үҙҙәрен борсоған һо- рауҙар менән тѳрлѳ тикшереү ор- гандарына мѳрәжәғәт итә ала. Ә беҙҙең граждандар күп осраҡта беҙгә мѳрәжәғәт итә, әммә “Рәсәй Федерацияһы про- куратураһы тураһында” Федераль за- конды башҡарып, прокуратура ор- гандары башҡа тикшереүсе органдарҙы алмаштыра алмай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, граждандар килеп тыуған һорауҙар менән түбәндәге тикшереүсе органдарға мѳрәжәғәт итә ала:

► Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, ремонт үткәреү, күп фатирлы йорттарҙағы дѳйѳм милеккә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм тѳҙѳлѳштѳ күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының начальник вазифаһын башҡарыусы Крылов Андрей Николаевич исеменә, адресы - 450059, Ѳфѳ ҡалаһы, Ст. Халтурин урамы, 28;

► Коммуналь хеҙмәттәргә та- риф билдәләүгә ҡағылышлы һо- рауҙар буйынса Башҡортостан Рес- публикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Васимирская Ирина Николаевнаға, адресы - 450008, Ѳфѳ ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17;

► Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау, сифатһыҙ тауарҙар һатыу йәки си- фатһыҙ хеҙмәт күрһәтеүгә ҡағылған һорауҙар буйынса Ҡулланыусылар хо- ҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бѳрйән, Учалы райондарындағы территориаль бүлеге начальнигы Ғәлләмов Рәшит Ғәҙелйән улы исеменә, адресы - Белорет ҡалаһы, Пушкин урамы, 61/1;

► Эш биреүсенең хеҙмәт хоҡуҡтарын күҙәтмәүе, эш хаҡы түләүгә бәйле законды боҙоуы буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт хеҙмәт инспекцияһының баш дәүләт хеҙмәт инспекторы - етәксеһе Астрелина Татьяна Николаевна исеменә, адресы - 450059, Ѳфѳ ҡалаһы, Большая Гражданская урамы, 24;

► Пенсия менән тәьмин итеү йәки яңынан иҫәпләтеүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы Полетавкин Константин Васильевич исеменә, адресы - 453500, Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 48.

► Бынан тыш, граждандар үҙҙәрен борсоған бѳтә һорауҙар буйынса Белорет муниципаль район хакимиәтенә мѳрәжәғәт итә ала, адресы - Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 71.

► Енәйәт ҡылыу һәм енәйәт яуап- лылығына тарттырыуға ҡағылышлы һорауҙар буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә: адресы - Белорет ҡалаһы, 5 Июль урамы, 18. Дежур бүлек: 02, (34792) 4-33-02, 4-24-02.

► Башҡортостан Республикаһы ор- гандары етәкселәренең, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы буйынса Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы, Торлаҡ һәм тѳҙѳлѳштѳ күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы прокуратураһына мѳрә- жәғәт итергә, адресы - 450002, Ѳфѳ ҡалаһы, Крупская урамы, 19.

► Белорет район һәм ҡалаһы ойош- маларының, Белорет муниципаль ха- кимиәтенең, Белорет ҡала хакимиәтенең һәм ауыл хакимиәттәренең, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең, Пенсия фондының Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса идаралығының, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бѳр- йән, Учалы райондарындағы тер- риториаль бүлегенең вазифалы кешеләре эшенә ҡағылышлы һорауҙар менән Белорет район-ара прокуратураһына мѳ- рәжәғәт итергә кәрәк, адресы - Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 71.
Рәмилә МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий