Байрам менән эш тамамланмай

Байрам менән эш тамамланмай
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы йыл да урындағы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, конференция үткәрә. Быйыл иһә журналистар менән Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Вәсил Шаһиев осрашты.
Журналистарҙы Белорет эске эштәр бүлеге һөнәри байрамын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылауы ҡыҙыҡһындырҙы. Бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Вәсил Әмир улы әйтеүенсә, быйыл теркәлгән енәйәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Урлашыу, транспортты алып китеү кеүек дөйөм енәйәттәр ҙә былтырғыға ҡарағанда әҙерәк. “Дистанцион” мутлашыу осраҡтары шулай уҡ кәмеүгә табан бара. Йылдағыса ҡала үҙәгендә, Октябрьский һәм 12-се биҫтәләрҙә енәйәт, урлашыу, мутлашыу осраҡтары йыш теркәлә. Бында патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә күпләп сыға һәм тәртип һағында тора.
Быйыл ауыр енәйәттәрҙең ҡылыныуын күҙ уңында тотоп, матбуғат хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманы. “Балаларға ҡарата яһалған енәйәттәрҙе иҫкәртеү саралары даими үтеп тора. Белем биреү учреждениеларына айырым хеҙмәткәрҙәр беркетелгән, улар уҡыусылар менән аңлатыу, иҫкәртеү эше алып бара. Бындай эш ғаиләлә лә алып барылырға тейеш”, - тине полиция начальнигы.
Шулай уҡ терроризм, айнытҡыс, ҡалала видеокамералар ҡуйыу, оперуполномоченныйҙар эше, балалар енәйәтселеге, Ҡаҙағстан алкоголе, ярамаған урындарҙа тәмәке тартыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, ҡала йөҙөн боҙоп ултырған контроль-пост пункттарының артабанғы яҙмышы буйынса һорауҙар бирелде. Быйыл мал урлау осраҡтарының күп булыуы күҙәтелде. Әбйәлил районының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мал ҡарағы ҡулға алынды. Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе ир ял көндәрендә Белорет һәм Әбйәлил райондарына килеп, урманда мал һуйып, Магнитогорск ҡалаһына алып барып һатып йѳрѳгән. 14 баш малдың башына етеүе асыҡланған.
Вәсил Әмир улы яңы бинаға күсеү, кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылып китте. “Кадрҙар мәсьәләһе әллә ни киҫкен тормай, штат комплектланған. Шулай ҙа хәрби хеҙмәттә булған егеттәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Юридик белемдәре булһа, бигерәк тә һәйбәт. Быйыл 9 кеше беҙҙә эшләргә теләк белдерһә лә, бѳтәһе лә тиерлек һаулыҡтары буйынса хәрби-врач комиссияһынан үтә алманы”, - тине Вәсил Шаһиев.
Эйе, эске эштәр органдарында рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан хеҙмәткәрҙәр эшләргә тейеш, сѳнки улар йәмғиәтебеҙҙең хәүефһеҙлеге, тыныслығы һәм кеше ғүмере ѳсѳн яуаплы.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий