Мөхәббәттән "башын юғалтҡан"

Полиция хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ уйынсыҡты фатир тәҙрәһенән күреп таба. Косоротов урамындағы сәскә салоны хужабикәһе полицияға мөрәжәғәт итеп, иртәнсаҡ тәҙрәнең ватыҡ, аҡса һәм йомшаҡ уйынсыҡтың юғалыуы тураһында белдерә. Килтерелгән зыян 10 мең һумдан ашып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо территорияла патрулдә йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәре бер фатир тәҙрәһендә ҡыҙыл-һарғылт төҫтәге ҙур йомшаҡ уйынсыҡты күреп ҡала. Магазиндан тап ошондай уйынсыҡ юғалған була. Асыҡланыуынса, уны ошо фатирҙа йәшәгән ҡыҙға егете бүләк иткән икән. Шикле кешене табыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, мөхәббәттән башын юғалтҡан егет ҡулға алына. 28 йәшлек егет аңлатыуынса, иртә менән ҡала урамы буйлап китеп барғанда магазин витринаһындағы матур уйынсыҡты күреп ҡала. Һөйгән ҡыҙына көтөлмәгән бүләк яһау ниәте менән, тәҙрәне таш менән ватып, салонға инә һәм уйынсыҡты, кассалағы 7 мең һум аҡсаны алып, енәйәт урынынан ҡаса. Ҡулға алынған егет ғәйебен таныны һәм үкенесен белдерҙе. Ул аҡсаны үҙ мәнфәғәтенә тотонған, йомшаҡ уйынсыҡ тартып алынған.
Гүзәл ДРОНОВА,
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.
Оставить комментарий