Эскелек яҡшыға килтермәй

Белорет район-ара прокуратураһы 25 йәшлек Ғарипов Вадимға ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Алдан тикшереү версияһы буйынса, ошо йылдың февраль-мартында ул эскән килеш ѳйҙә тауыш сығара, бәлиғ булмаған һеңлеһенә ҡул күтәрә. Уның менән генә туҡтап ҡалмай, һеңлеһе менән әсәһенә бысаҡ менән ташлана, үлтереү менән янай.

Улының енәйәтен йәшерер ѳсѳн әсә кеше тикшереү барышында ялған күрһәтмәләр бирә. Ғарипов ғәйебен тулыһынса таныны. Енәйәт эше судҡа ебәрелде.
Оставить комментарий