Һорауҙар тѳрлѳ мәсьәләләргә ҡағылды

24 июндә Белорет район-ара прокуратураһы миграция законын үтәү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Һорауҙарға район-ара прокурор ярҙамсыһы,
I класлы юрист Владимир Александрович Чиликин яуап бирҙе.
“Тура бәйләнеш”тең тѳп темаһы миграция законын үтәү тураһында булһа ла, район-ҡала халҡы, был мѳмкинлекте файҙаланып, үҙҙәрен борсоған башҡа мәсьәләләр буйынса ла һорауҙарын бирҙе. Тәүге шылтыратыусы сүплекте ябыу мәсьәләһен күтәрҙе. Икенсе кеше эш хаҡын нисек түләттереү тураһында һорашты. Бер ҡатын уйын автоматтары залы эшләүе тураһында хәбәр итте. Әсә кеше ҡыҙын кейәүе туҡмауына, полиция хеҙмәткәрҙәренең сара күрмәүенә зарланды.

Оло йәштәге ҡатын “тура бәйләнеш” ойошторолған “Белорецкий рабочий” гәзите мѳхәрририәтенә үҙе килде. Ул Ҡаҙағстандан килгән ейәненең Рәсәй гражданлығы ала алмауы, колледжды тамамлаһа ла, шул арҡала диплом бирмәүҙәре тураһында һѳйләне. Владимир Александрович, рәсми яуаптың килеүен кѳтѳргә, әгәр гражданлыҡ биреүҙән баш тартһалар, был ҡарарҙың законлымы икәнен тикшереү буйынса район-ара прокуратураға мәрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Ҡалала йәшәгән ҡатын: “Мигранттарға йәшәүгә рѳхсәт биргән саҡта беҙҙең илдә үҙҙәрен нисек тотоу тәртибен аңлатмайҙармы икән? Юғиһә, беҙҙең йортта йәшәүсе мигранттар автомобилдәрен газонға ҡуя, кәрт уйнай, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай”, - тип зарланды.
- Полицияға ғариза яҙығыҙ, әгәр ҙә уларҙың яуабы һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә, прокуратураға мѳрәжәғәт итегеҙ, тикшерербеҙ, - тине Владимир Александрович.
“Тура бәйләнеш”кә шылтыратыусыларҙың барыһы ла һорауҙарына тулы һәм тѳплѳ яуап алды.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий