Парфюм яратыусы егетте нимә көтә…

“Бум-Парфюм” магазинына ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙҙар йыш йөрөй. Йәш ҡыҙ менән магазинға 22 йәшлек егет тә инә. Ҡиммәтле ирҙәр парфюмын һайлай һәм уны яҡынданыраҡ күрһәтеүҙәрен һорай. Һатыусы башҡа клиенттарҙың үтенестәрен башҡарғансы, егет хушбуйлы флаконды һиҙҙермәй генә алып сығып та китә. Һатыусы әйберҙең урланыуын ваҡытында һиҙеп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Оперативниктар парфюм яратыусы егетте тиҙ арала ҡулға ала. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Элекке һатыусы эш урынынан
аҡсаны “шылдыра“

Ҡалала йәшәүсе бер ҡатын аҡса етмәү проблемаһын “Экзотика” магазинынан аҡса урлап хәл итергә була.
Төн уртаһында магазинға инеүе бер ни тормай уға, сөнки ул ошо магазинда һатыусы булып эшләп киткән, ә эштән сыҡҡан ваҡытта асҡысын тапшырмаған була. Ышаныслы аҙымдар менән касса янына үтеп, 5 мең һум аҡсаны кеҫәһенә һалып ала. Сығыр алдынан эҙҙәрен йәшерергә лә онотмай - видеокүҙәтеү системаһындағы яҙманы юйып китә. Икенсе кѳндѳ иртәнсәк кассанан аҡсалар юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр ителә. Бурҙы табырға булышлыҡ итеүсе бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмауына ҡарамаҫтан, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ҡыҫҡа ваҡытта ҡулға ала.


Аҡса янсығы табыу нимәгә килтерә?

Полиция хеҙмәткәрҙәре сит кеше аҡсаһына ҡул һуҙғаны өсөн 48 йәшлек Әбйәлил районы кешеһен ҡулға алды. Дауахананан сыҡҡан ир өйөнә ҡайтырға тип вокзалға килә. Вокзал тәҙрәһе тупһаһында ятҡан аҡса янсығы уның күҙенә салына. Уңайлы форсаттан файҙаланып, был табышты ҡулына төшөрә. Янсыҡтағы 3 мең һум аҡсаны алғас, элекке танышын осратып, уның менән Әзекәй ауылына китергә була.

Унан алда Туҡан ауылы кешеһе тамаҡ ялғап алырға тип вокзал кафеһына инә. Ә инде алған аҙыҡ өсөн түләргә ваҡыт еткәс, аҡса янсығын тәҙрә янында онотоп ҡалдырғаны асыҡлана. Уға хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Оператив-эҙләү саралары үткәреп, полицейскийҙар уғрының эҙенә төшә. Хәҙер уға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк.

35 йәшлек ҡатын да сит кеше аҡсаһын урлап, енәйәт эше фигурантына әүерелә.

“Металлург” күмәртәләп һатыу базаһында бер һатып алыусының аҡса янсығын төшөрөп ҡалдырыуын күреп ҡала. Теге ҡатын бер ни һиҙмәй юлын дауам итә. Шул ваҡытта янсыҡты ала һәм был урындан китеү яғын ҡарай. Сауҙа урынында ҡуйылған видеокүҙәтеү системаһы аша оперативниктар ҡатындың эҙенә төшә. Ҡатын үҙ ғәйебен таный. 10 мең һумға яҡын табылған аҡсаны хужаһына ҡайтарып бирә. Был факт буйынса тикшереү бара.


Егет балалар коляскаһын
урлауҙа ғәйепләнә

Полиция хеҙмәткәрҙәре балалар коляскаһын урлауҙа ғәйепләнеүсе 21 йәшлек егетте ҡулға алды.

“Пассаж” сауҙа үҙәгендә һатыуға ҡуйылған коляскалар эргәһенән егет тыныс ҡына үтеп китә алмай. Һатыусының урынында булмауынан файҙаланып, ул береһен алып сығып та китә. Урланған әйберҙе егет таныш булмаған кешеләргә мең һумға һатып ебәрә һәм аҡсаны спиртлы эсемлектәр алыуға тотона. Был енәйәте өсөн уға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Мопед ѳсѳн яуап бирәсәк

Ҡалала йәшәгән 18 йәшлек үҫмер мопед урлауҙа ғәйепләнә. Подъезд алдына ҡуйылған транспорттың блокираторын сисеп, уны ҡыуып алып китә һәм таныштарына арзан ғына хаҡҡа һата. Мопед хужаһы яңы ғына алынған тимер атының юғалыуын күреп, шунда уҡ дежур часҡа шылтырата. Оперативниктар енәйәтсенең эҙенә төшә һәм урланған әйберҙе хужаһына ҡайтарып бирә. Сит кешенең әйберенә ҡул һуҙғаны өсөн 18 йәшлек егет енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Гүзәл
Байбулатова.
Оставить комментарий