5 500 һум штраф!

Район-ара прокуратура “БизнесСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡулланыусылар хоҡуғы тураһында закондарҙың үтәлешен тикшерҙе.
Тѳҙѳүсе ойошма ҡаланың Ленин урамындағы күп торлаҡлы йортто 2013 йылдың III кварталында тапшырырға тейеш булһа ла, әлеге ваҡытта йорт файҙаланыуға тапшырылмаған. Тапшырыу ваҡыты үҙгәреүе тураһында ѳлѳшкә инеүселәргә хәбәр ителмәгән.
Был факт буйынса район-ара прокуратура юридик шәхескә һәм уның генераль директорына РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.8-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса (һатыуҙағы тауар тураһында кәрәкле һәм дѳрѳҫ мәғлүмәт алыуҙа ҡулланыусы хоҡуғын боҙоу) административ эш асты. Роспотребнадзорҙың республика буйынса Белорет бүлеге был эште ҡарағандан һуң уларға 5 500 һум күләмендә штраф һалды.

Әсәлек капиталын ҡайтарырға!
Район-ара прокуратура әсәлек капиталын файҙаланыу буйынса закон үтәлешен тикшерҙе.
2012 йылда районда йәшәүсе ҡатын икенсе балаһы тыуғас, Әсәлек капиталы алған. Быйыл Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды ҡатындың алған торлаҡ хаҡын түләү ѳсѳн Әсәлек капиталын күсереүен һорап яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндерә. Тикшереү ваҡытында балалар аҡсаһына алынған йорт йәшәүгә яраҡһыҙ булыуы асыҡланған. Тотонолған Әсәлек капиталы бәлиғ булмағандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелмәүенә бәйле, прокурор алып-һатыу килешеүен ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һорап, судҡа мѳрәжәғәт итте.

Ҡуртым килешеүе үтәлмәгән
Прокуратура райондағы Н. крәҫтиән-фермер хужалығында РФ Урман кодексы үтәлешен тикшерҙе.
Ауыл хужалығы предприятиеһы 2010 йылда Мулдаҡай ауылы эргәһендәге урман биләмәһен ҡуртымға алған. Әммә әлеге ваҡытҡа тиклем урманды үҙләштереү проектына ыңғай дәүләт экспертизаһы алынмаған. Ошоға бәйле, район-ара прокуратура етәксегә ҡарата административ тәртип боҙоу тураһында эш ҡуҙғата һәм уның һѳҙѳмтәһе буйынса хужалыҡҡа штраф һалына. Шулай уҡ судҡа урманды үҙләштереү проекты эшләүҙе талап иткән иск бирелә. Суд прокурор талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән.

Ағас та иҫәпте ярата
Прокуратура “Тимер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте буйынса РФ Урман кодексы үтәлешен тикшерҙе.
Предприятие етәксеһе ҡабул иткән ағасты яҙма рәүештә теркәп бармаған һәм бының менән Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡабул итеү һәм тейәп ебәреү пункттары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында республика законын үтәмәгән.
Район-ара прокуратура был факт буйынса БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.5.1 статьяһына ярашлы предприятиеға һәм уның директорына административ эш ҡуҙғатты. Эште ҡарағандан һуң предприятиеға - 100 мең һум, директорына 40 мең һум штраф һалынды.

Алименттан ҡасып булмай
2012 йылдың февраленән атаһы ҡыҙына алимент түләй башлай, тик 2013 йылдың мартында туҡтата. Суд приставы-башҡарыусының алимент түләмәү енәйәти яуаплылыҡҡа алып килеүе тураһында иҫкәртеүенә ул ҡолаҡ һалмай. Атай кешенең алимент буйынса бурысы 30 мең һумдан ашып китә.
Мировой судья ҡарары менән 29 йәшлек Н. бәлиғ булмаған балаһына алимент түләмәгән ѳсѳн алты ай мәжбүри эшкә йәлеп ителә, шулай уҡ ул эш хаҡының 10 процентын Хѳкүмәткә күсереп барасаҡ.

Ялған документтар буйынса ер
Белорет район-ара прокуратураһы ер тураһында закондар үтәлешен тикшерә.
Тикшереү ваҡытында Туҡан ауыл хакимиәтенең ер тѳҙѳү эштәрен алып барыусы 39 йәшлек ҡатын сит кешенән ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә ялған документ ҡулланыуы - хужалыҡ китабын файҙаланыуы һәм ышаныслы кешеһенә законһыҙ рәүештә ер участкаһын теркәүе асыҡлана.
Был эш һѳҙѳмтәһе буйынса РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 3-сѳ бүлеге буйынса (ялған документ әҙерләү һәм таратыу) енәйәт эше ҡуҙғатыла.

69 мең һум түләргә!
Ике бер туған араһында бәхәс ҡуба. К. бер туғанын тәүҙә йоҙроҡлап, аҙаҡ монтировка менән туҡмай. К. был енәйәте ѳсѳн ике йылға шартлыса иркенән мәхрүм ителде.
Урындағы дауахана Н.-ды дауалау ѳсѳн 69 мең һум аҡса сарыф итә. Зыян килтереүсе енәйәт-процессуаль законы буйынса был сығымдарҙы ҡайтарырға тейеш. Ошоға бәйле, район-ара прокурор республика граждандарҙы мотлаҡ медицина страховкалау фонды мәнфәғәтен яҡлап, судҡа мѳрәжәғәт итте. Район суды прокуратураның дауалау ѳсѳн киткән 69 мең һум аҡсаны ҡайтарырға тигән искын ҡәнәғәтләндерҙе.

Миграция законын боҙған
Район-ара прокуратура күмер әҙерләү менән шѳғѳлләнеүсе “Тимер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә миграция закондары үтәлешен тикшерҙе.
Һѳҙѳмтәлә фирманың Үзбәкстан граждандарын эшкә йәлеп итеүгә рѳхсәт итеүсе документтары булмауы асыҡлана.
Был эш буйынса прокуратура ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатты һәм уның һѳҙѳмтәһе буйынса компанияның эше 14 тәүлеккә туҡтатылды.
“Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында” Федераль закон буйынса, эш биреүсе Федераль миграция хеҙмәтенең Республика буйынса идаралығынан эшкә рѳхсәте булған сит ил граждандарын ғына эшкә алыу хоҡуғына эйә.


Мәжбүри дауалау
Прокуратура асыҡ формалағы туберкулез менән сирләүсе граждандар араһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү буйынса закондың үтәлешен тикшерҙе.
“Рәсәй Федерацияһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында” Федераль закон буйынса, санитар-эпидемияға ҡаршы режимды боҙоусы һәм дауалауҙан күрәләтә баш тартыусы зарарлы тѳрҙәге туберкулез менән сирләүселәр суд ҡарары нигеҙендә мәжбүри рәүештә дауаханаға һалына.
Ҡалала йәшәүсе 45 йәшлек С. ҡурҡыныс тѳрҙәге туберкулез менән сирләүенә ҡарамаҫтан, күрәләтә медицина тикшереүенән һәм дауаланыуҙан баш тарта. Бының менән ул башҡаларға ла ауырыу йоҡтороу ҡурҡынысы тыуҙыра.
Граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау буйынса конституцион хоҡуҡты яҡлау маҡсатында прокурор туберкулез менән сирләүсе кешеләрҙе мәжбүри дауалауҙы һорап, судҡа мѳрәжәғәт итте. Суд прокурор ғаризаһын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе.
Материалдарҙы район-ара прокуратура
сайтын файҙаланып
Р. Мусина әҙерләне.
Оставить комментарий