Суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусылар

Суд приставтары хеҙмәте яңы барлыҡҡа килгәндәрҙән иҫәпләнһә лә, уның тарихы XV быуатҡа барып тоташа. Халыҡ Комиссарҙары Советының 1917 йылдың 24 ноябрендәге Декреты менән суд приставтары хеҙмәте бѳтѳрѳлә.
Советтар Союзы тарҡал-ғандан һуң йәмғиәтебеҙҙәге, иҡтисадтағы үҙгәрештәр, хоҡуҡ системаһындағы реформалар суд ҡарарҙарын үтәү буйынса башҡарыу органдары алдында яңы бурыстар ҡуя. Ошо талаптарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 1997 йылдың 6 ноябрендә “Суд приставтары тураһында”, “Башҡарыу производствоһы тураһында” Федераль закондар кѳсѳнә инә. РФ Президенты Указына ярашлы, Федераль приставтар хеҙмәтенең һѳнәри байрамы 1 ноябрҙә тип билдәләнә.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығының Белорет район-ара бүлеге суд ҡарарҙарын бойомға ашырыуға тос ѳлѳш индерә. 42 кешенән торған коллектив менән 1999 йылдан бүлектең ѳлкән суд приставы Әсләм Камил улы Ҡасҡынбаев етәкселек итә. Уның ике урынбаҫары бар: Илфир Ишморат улы Мѳхәмәтйәров башҡарыу эштәре буйынса, Фәнис Вәли ул Шаһиев - суд эшмәкәрлегендә тәртипте булдырыуҙы тәьмин итеү һәм тәүтикшереү эштәре ѳсѳн яуаплы. Суд приставы хеҙмәтендә тәүтикшереү, юри-дик шәхестәрҙән түләттереү, алимент, шәхси эшҡыуарҙар һәм физик шәхестәр менән эшләү бүлектәре һәм эҙәрлекләү буйынса хеҙмәткәр бар.
Тәүтикшереүҙе ойоштороу бүлеге 2008 йылда булдырыла. Был бүлектә эшләүсе баш белгес-эксперт Татьяна Влади-мировна Данилова, тѳп белгес-эксперттар Юлия Петровна Макарова менән Гѳлзәнә Рәдис ҡыҙы Йосопова үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Улар тикшереү аҫтындағы федераль суд приставтары хеҙмәткәрҙәренең енәйәте тураһындағы мәғлүмәтте тикшереү, алимент, суд ҡарарҙарын үтәмәүселәр, исемлектәге һәм ҡулға алынған милеккә ҡарата законһыҙ эш итеүҙәр буйынса енәйәт эштәрен тикшерә. Быйыл 66 башҡарыу эше буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм 60-ы судҡа тапшырылған. РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса суд ҡарарын үтәмәгән ике кешене иркенән мәхрүм иткәндәр. Суд приставтары-тәүтикшереүселәр шартлыса хѳкѳмдѳ үтәмәүселәрҙе суд аша иркенән мәхрүм итеүҙе юллау хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, быйыл улар шартлыса хѳкѳм ителгән 10 кешене иркенән мәхрүм итеүгә ирешкән.

Суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусыларТәүтикшереүселәрҙе йѳрәк-һеҙ закон үтәүселәр тип ҡарау дѳрѳҫ түгелдер. Суд приставтары бурыстары булған кешеләр менән аралашҡандан һуң ҡайһы берәүҙәр үҙ теләктәре менән штрафын түләй.

- Енәйәт эше ҡуҙғатылғандан һуң алимент буйынса бурыстарын тулыһынса ҡаплаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, быйыл алты кеше бурысын да ҡапланы, алиментты ла даими түләй башланы. Ҡайһы бер ғаиләләр яңынан ярашты. Эшебеҙҙә иң ҡыуандырғаны - атай менән балалары аралаша башлау, - ти суд приставтары.
Тәүтикшереү эшендә хо-ҡуҡи акттарҙы белеү генә етмәй, шулай уҡ яҡшы психолог та булырға кәрәк. Мәҫәлән, тәүтикшереүселәр, алимент түләүсе ата-әсә менән һѳйләшкәндә, уларға суд ҡарарын үтәү генә баланы бәхетле итмәүен, иң яҡын кешеләренең наҙы ла кәрәклеген аңлатырға тырыша. “Балалар йорттарына барып, ата-әсәһенән алимент алмаған балалар менән һѳйләшкәндә уларҙың күҙ йәшен күреү бигерәк тә ҡыйын”, - ти улар.
Ойошмалар менән эшләгәндә тәүтикшереүсегә бухгалтер ҙа, юрист та булырға тура килә. Бухгалтер документтары менән эшләүе еңел түгел, шулай ҙа бындай эштәрҙе лә атҡарып сығалар.
“1,5 млн. һумдан ашыу бурысты ҡайтарыу ѳҫтѳндә эшләгәндә йәшерен иҫәптәрҙе асыҡлауға күп ваҡыт китә, сѳнки улар тѳрлѳ юлдар менән бурысты ҡайтарыуҙан ҡасырға маташа. Суд ҡарарын үтәмәгән ойошмалар менән эшләйбеҙ. Татыу коллективтың эшмәкәрлеге һәм етәкселек ярҙамы менән Белорет суд приставтарының тәүтикшереү бүлеге республикала яҡшылар иҫәбендә”, - ти Татьяна Влади-мировна.
Юридик шәхестәр менән эшләүсе бүлек быйыл туғыҙ ай эсендә 23 млн. 526 мең һум аҡсаны бюджет ойошмалары файҙаһына ҡайтарыуға ирешкән. Үткән йыл менән сағыштырғанда, был 109 процентҡа тиң. Бүлек эшен ике хеҙмәткәр алып бара. Суд приставы-башҡарыусы Ләйсән Айрат ҡыҙы Хажиәхмәтова һәм Илһам Тимерғәле улы Ямгурсин эштәренә яуаплы ҡарай.

- Беҙҙең бүлек һалым инспекцияһы, пенсия һәм страховка фондтары кеүек бюджет ойошмаларына предприятиеларҙың мотлаҡ түләүҙәрен ҡайтарыу буйынса эш алып бара. Эш еңелдән түгел, сѳнки күптәр түләүҙәрҙән ҡасып ҡалырға тырыша, - ти Ләйсән Айрат ҡыҙы.
Хеҙмәттәре ауыр булһа ла, суд приставтары үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй. Эштән һуң да документтар менән ултыралар. Бер суд приставы норма буйынса 22 эште алып барырға тейеш булһа, ғәмәлдә улар иңенә тѳшкән йѳкләмә ун тапҡырға артып китә. Шуға ла суд приставтары хеҙмәтендә үҙ эшен яратҡан кешеләр генә эшләй ала.

Р. Мусина.
Оставить комментарий