Ҡасып ҡотола алмаҫһың!

Штрафың булһа, күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ ѳсѳн, бурысыңды ваҡытында түләү хәйерлерәк
”Белорет” муниципаль-ара бүлектең административ ҡануниәтте үтәү буйынса тѳркѳмѳ инспекторы А.Г. Науширбанова һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Белореттағы бүлеге приставы-башҡарыусыһы И.З. Әхтәмова «Урал» гәзите ҡатнашлығында рейдҡа сыҡты.
Тәүҙә ҡаланың Ф. Алексеев урамындағы 79-сы йортҡа йүнәлдек. Халыҡҡа “1-се ятаҡ” тип билдәле булған бинаның торошо шәптән түгел, бында күптән ремонт эшләнмәүе күҙгә ташлана. Бурыслы егет йәшәгән бүлмәне эҙләгәндә үҙебеҙҙе лабиринтта йѳрѳгәндәй хис иттек: ҡайһы бер бүлмәләрҙең һаны яҙылмаған, коридор ҙа урыны менән яҡтыртылмай. Йәмәғәт урынында эсеп йѳрѳгән ѳсѳн һалынған штрафты түләмәгән егеттең әсәһе: “Стәрлетамаҡта шәхси предприятиела эш-ләй. Мин уның ѳсѳн аҡса түләргә йыйынмайым”, - тине. Суд приставы, егеткә тапшырыуҙарын һорап, бел-дереү ҡағыҙы ҡалдырҙы.
Ятаҡ буйлап “сәйәхәт” дауам итә. 1-се ҡатта ла урыны менән ҡараңғы. Коридорҙа электр уты, телефон сымдары “эт эсәгендәй” һалынып тора. Ә 5-се ҡат йоҙаҡҡа бикле булып сыҡты, саҡ индек. Ҡайһы адрес буйынса барһаҡ та, бурыслыларҙы тап итә алманыҡ.
Ф. Алексеев урамындағы 79/1 һанлы йортта ишек асыусы булманы. К. Маркс урамында урынлашҡан 9-сы ятаҡтың да һәр ҡатына домофон ҡуйылған, шуға ла ҡайһы бер ҡаттарға үтә алманыҡ. Икенселәрендә бүлмә хужалары ѳйҙә булмай сыҡты, йә фатирҙа башҡалар түләп йәшәй.
Бурыслыларҙы ҡала буйлап эҙләү дауам итә. Ф. Алексеев урамындағы 27-се йортта йә-шәгән бурыслыны ла тап итә алманыҡ. Әсәһе ѳйҙә ине. “Мин түләй алмайым. Улымдың ҡасан ҡайтырын да белмәйем”, - тип белдерҙе ул.
Рейд барышында штрафты түләттереү тәртип һаҡлау органдарына еңел бирелмәүе асыҡланды. Күптәр теркәлгән урындарында йәшәмәй, йә эшләмәй.
2013 йылда административ тәртип боҙоуҙар ѳсѳн 10 меңдән ашыу гражданға штраф һалынған, уларҙың 3 меңе штрафтарын әлегә тиклем түләмәгән. 2014 йылдың 1 ғинуарынан йә-мәғәт урындарында тәртип боҙоусыларға һалынған штраф күләме биш тапҡырға артты һәм иң аҙы 500 һум тәшкил итә. Быйыл тәүге ике айҙа 2 меңдән ашыу административ штраф һалынһа, уларҙың 900-ҙән ашыуы түләнмәгән. Ә бит ваҡытында түләнмәгән штраф ѳсѳн ѳҫтәмә яуаплылыҡ ҡаралған: бурыслының эше судҡа ебәрелә һәм суд ѳҫтәмә штраф һала, 15 тәүлеккә тиклем бикләүҙәре лә ихтимал. Мәҫәлән, бѳгѳнгѳ кѳнгә ҡарата 139 эш судҡа тапшырылһа, улар буйынса 112 кеше бер нисә тәүлек ултырып сыҡҡан.
Административ штрафты түләттереүгә суд приставтары ҙур ѳлѳш индерә. Ошо хаҡта Белореттағы бүлектең на-чальнигы Әсләм Камил улы Ҡасҡынбаев түбәндәгеләрҙе һѳйләне:
- Дүрт ай һѳҙѳмтәләре буйынса бүлектә 33 меңдән ашыу документ башҡарыуҙа булды. Улар буйынса 9113 эш астыҡ, шул иҫәптән, ЮХХДИ һәм эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре линияһы буйынса 1 майға ҡарата - 6097 документ. Штрафты түләттереү буйынса йыллыҡ планды - 37, һалым буйынса 46 процентҡа үтәнек, үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күп. Суд приставы-башҡарыусыһы Илзидә Зәйнулла ҡыҙы Әхтәмова административ штрафты түләттереү бу-йынса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Айырым хеҙ-мәткәрҙең ошо йүнәлештә эшләүе һѳҙѳмтәләрҙең яҡ-шырыуына килтерҙе. Илзидә Әхтәмова яҡшы эше ѳсѳн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Республика ида-ралығы етәксеһенән Рәхмәт ҡағыҙы алды.
Бурыслының кредит ойош-маларындағы иҫәбенә арест һалыу мѳмкинлеге тыуҙырған технологияға эйәбеҙ. Шуға бәйле, май айында иҫәптәренә тыйыу һалынған йә аҡсалары сиселгән граждандарҙың беҙ-
гә мѳрәжәғәт итеүе артты. Бурыслыларҙың күбеһе штраф-ты ваҡытында түләмәгән йә уның тураһында онотҡан. Йәйге ял ваҡыты етеп килә. Күптәр сит илгә ял итергә юллама ала, ә бурысы булғандарға илдән сығыу тыйыла. Әлеге ваҡытта район-ҡалала 195 кешенең сит илгә сығыу мѳмкинлеге сикләнде. Күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ ѳсѳн штрафты ва-ҡытында түләргә кәрәк. Федераль суд приставтары сайтына (fssprus.ru) инеп, һәр кем “Бурыс” бүлегендә башҡарыу эше тураһындағы документы менән таныша ала.
Штрафың булһа, бурысыңды ваҡытында түлә. Суд прис-тавтарынан ҡасып ҡотола алмаҫһың!
Р. Мусина.
Автор фотолары.
Оставить комментарий