Алиментсылар эшһеҙ

Әлеге ваҡытта район-ҡалала 949 алиментсы бар. Уларҙың 686-һы бер ҡайҙа ла эшләмәй, бары 263 граждан ғына балалары алдындағы бурысына яуаплы ҡарай.

РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, алимент түләмәгәндәр енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Быйыл Белорет суд приставтары ошо йәһәттән 32 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Уларҙың алтыһына суд ҡарары сыҡҡан. Шулай уҡ 21 алиментсы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Атай-әсәй бурысын үтәмәгән 64 гражданға сит илгә сығыу тыйылған, 21 кешегә эҙләү иғлан ителгән. Тағы ла 25 граждандың милке тартып алынған.
Алиментсылар араһында 20-ләп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Уларҙың балалары тѳрлѳ балалар учреждениеларында тәрбиәләнә.
Суд приставтары эшһеҙ 24 кешегә Мәшғүллек үҙәгенә йүнәлтмә биргән, әммә уларҙың бишәүһе генә иҫәпкә торған.
Р. Мусина.
Оставить комментарий