Енәйәтселәр язаһыҙ ҡалмаҫ 3-06-2013, 15:44 / Тәртип һағында

Енәйәтселәр язаһыҙ ҡалмаҫ

Дауаханала эшләүсе 33 йәшлек ҡатын уғры ҡорбанына әйләнде. Башҡа санитаркалар кеүек, ул да әйберҙәрен, сумкаһын айырым бүлмәлә ҡалдырып йөрөй. Сумкаһының кеҫәһендә йөрөткән алтын балдағының юғалыуын күргәс тә полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары үткәргән ваҡытта бурҙы асыҡлай: ул ошонда уҡ эшләүсе 26 йәшлек санитарка булып сыға. Эшкә әҙерләнгән ваҡытта хеҙмәттәшенең сумкаһындағы ҡиммәтле балдаҡты күреп ҡала һәм уға “айыу майы” һөртә. Һуңынан балдаҡты ломбардҡа тапшыра. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған....
Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә 28-05-2013, 10:45 / Тәртип һағында

Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә

Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты 2012 йылдың июнендә Мѳхәмәт ауылында Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһының һыу һаҡлау зонаһында “СЕЛЕНА” урман сәнәғәте компанияһы”ның рѳхсәт документтары булмай тороп, ҡом-ҡырсынташ сығарыу фактын асыҡланы. Ҡом-ҡырсынташты 12 машинала сығарып, Мѳхәмәт ауылындағы түбәнге келәт территорияһына түшәр ѳсѳн файҙаланалар....
Әсә улын үлтерә 12-04-2013, 16:13 / Тәртип һағында

Әсә улын үлтерә

Кеше Ер шарында иң аңлы, иң мәрхәмәтле, иң изге йәнле булырға тейеш. Әммә был камиллыҡҡа бары бик һирәктәр генә ирешә. Яңыраҡ Ѳфѳлә булған енәйәт изгеләрҙән-изге әсә кешенең дә йыртҡыстарса ҡыланыуы ошо турала һѳйләй....
Полиция һәм балалар 12-04-2013, 16:10 / Тәртип һағында

Полиция һәм балалар

2012 йылда муниципаль район территорияһында бәлиғ булмағандар һәм улар ҡатнашлығында 61 енәйәт ҡылынған. Балалар енәйәтселеге кәмеүе күҙәтелә. Әммә балаларға ҡул һуҙыу осраҡтары арта. “Белорет” муниципаль-ара бүлектең бәлиғ булмағандар эше буйынса хеҙмәткәрҙәре ғаиләлә балаларға ҡарата кѳс ҡулланыу буйынса 4 фактты асыҡланы, уларҙың бѳтәһе буйынса ла РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса енәйәт эштәре асылды. Бәлиғ булмағандарға ҡарата бѳтәһе 35 енәйәт ҡылынған. Балаларҙы енәйәти һѳжүмдән аралау, хоҡуҡтарын яҡлау, берәҙәклекте профилактикалау маҡсатында, 20-30 мартта район-ҡалала...
Мутлашыусылар тотолдо 9-04-2013, 16:27 / Тәртип һағында

Мутлашыусылар тотолдо

Үткән аҙнала Белорет полицияһында 516 хәбәр теркәлгән, шуларҙың 91-е криминаль характерҙа. Патруль-пост хеҙмәткәрҙәре Айрат Ғәфиев һәм Рәмил Иҡсанов Үҙәнбаш ауылынан 22 йәшлек кешене ҡулға алды. К. Маркс урамы буйлап төнгө патруль хеҙмәтен үтәгәндә полицейскийҙар “алтынсы” моделле автомобилдең ярыҡ тәҙрәһенә иғтибар итә. Машинаның номеры буйынса хужаһын табыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Оҙаҡламай хужа транспортын ҡарау өсөн саҡыртыла, автомобилдең аккумуляторы урланған була....
Сүп-сарға күмелеп йәшәмәйек 9-04-2013, 16:25 / Тәртип һағында

Сүп-сарға күмелеп йәшәмәйек

Беҙ бала саҡтағы мул һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар хәҙер иҫкә алып һѳйләрлек кенә ҡалып бара. Йылғалар һайыға, урмандар ҡырҡыла. Киләсәк быуынға ни ҡалыр һуң тип борсола оло быуын. Йәш саҡта үҙебеҙ ҙә һаҡһыҙ ҡыланғанбыҙҙыр....
Алена Горячеваны үлтереүсегә 20 йыл 12-02-2013, 09:23 / Тәртип һағында

Алена Горячеваны үлтереүсегә 20 йыл

Башҡортостан Республикаһының Юғары суды бәлиғ булмаған Алена Горячеваны үлтереүҙә ғәйепләнеүсе 34 йәшлек Валерий Сулимовты ғәйепле тип тапты һәм уны 20 йылға иркенән мәхрүм итте. Енәйәтсе ҡаты режимлы колонияла ултырасаҡ....
Зыян тулыһынса ҡаплатыла 5-02-2013, 15:49 / Тәртип һағында

Зыян тулыһынса ҡаплатыла

Ҡала судына юл тѳҙѳлѳшѳ һәм ремонты идаралығына ялыу менән гражданин Б. мѳрәжәғәт итте. Ул юл-транспорт фажиғәһе һѳҙѳмтәһендә автомобиленә килгән ҡазаны ҡаплатыуҙы һорай. Дәғүәсе үҙ ғаризаһында К.Маркс урамындағы 56-сы ѳй эргәһенә һалынған тимер бетон блогына бәрелеүен, ҡар аҫтында ятҡан тимер блоктың күренмәүе һәм был хаҡта иҫкәртеүсе бер ниндәй ҙә билдә ҡуйылмауы хаҡында белдерә. Юл-транспорт фажиғәһе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан теркәлә. Ҡаза күреүсе мартта сығымдарҙы ҡаплатыу ѳсѳн дәғүә белдерә. Яуапҡа тарттырылыусы әлегә тиклем бер сара ла күрмәгән. Гражданин Б. үҙ...
Автомобиль бурҙары ҡулға алынды 5-02-2013, 15:45 / Тәртип һағында

Автомобиль бурҙары ҡулға алынды

Үткән аҙнала Белорет полицияһында 467 хәбәр теркәлгән, шуларҙың 89-ы криминаль характерҙа. Полиция хеҙмәткәрҙәре машиналарҙы алып ҡасырға маташҡан 23 йәшлек егетте ҡулға алды. Дуҫында төн уртаһына тиклем күңел асҡандан һуң, егет өйөнә ҡайтырға сыға. Алыҫта йәшәгәнлектән, бының йәйәү ҡайтҡыһы килмәй. Ул Ленин урамында торған автомобилде күреп ҡала. Ғәҙәттә “ВАЗ” моделле автомобиль хужалары сигнализация ҡуймай, шуға ла бындай транспортты урлап алып китеүе артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Егет машинаны тоҡандырып ҡайтырға уйлай. Тап шул ваҡытта уяу хужабикә килеп сыға, ә “төнгө мосафир”ға ҡасып...
Аҙна хәбәрҙәре 1-02-2013, 14:55 / Тәртип һағында

Аҙна хәбәрҙәре

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белоретта йәшәүсе 30-йәшлек ҡатындың фатирынан компьютер һәм телефон урлаған егетте ҡулға алды. Енәйәт ҡылынған көндө ҡатын эштә, ә уның бәләкәй балалары урамда уйнап йөрөгән. Ҡустыһы яңы ғына танышҡан ирҙе апаһының буш фатирына индерә. Икәүләп эскәндән һуң, ярайһы уҡ иҫергән ҡустыһы ҡайтып китә, ә “ҡунаҡ” фатирҙа тороп ҡала. Уңайлы форсаттан файҙаланып, ир компьютерҙы һәм телефонды урлап, үҙенең өйөнә алып ҡайта. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә уғры һаҡ аҫтына алынған. Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан енәйәтсегә 200 һум күләмендә штраф йәки 5 йылға...